Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Ғинуар , 13:00

Иң-иңдәр - республика Башлығы шыршыһында

Өфөлә үткән республика Башлығы шыршыһына барған ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында ҡалабыҙҙың 5-се мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Карина Мостафина ла бар.

Иң-иңдәр - республика Башлығы шыршыһында
Иң-иңдәр - республика Башлығы шыршыһында

Бәләкәйҙән тик яҡшы билдәләргә генә уҡып, мәктәп, район кимәлендә үткән барлыҡ олимпиадаларҙа еңеү яулаған ҡыҙға быйыл республика Башлығы шыршыһын күреү бәхете тейгән.

- Әлбиттә, был сара миндә тик яҡшы тәьҫораттар һәм хәтирәләр ҡалдырҙы. Һәр беребеҙгә рюкзак, музыкаль колонка, тәмлекәстәр һәм башҡорт әкиәттәре китабы бүләк иттеләр. Театрлаштырылған тамашаны бик кинәнеп ҡараныҡ. Байрамды күреү миңә артабан да тырышып уҡырға, яңы маҡсаттарға ирешергә ҡанат ҡуйҙы, - ти ҡыҙ.

Карина киләсәктә тәржемәсе булырға хыяллана. Тырыш ҡыҙ инглиз теленән өйҙә онлайн курстар аша өҫтәмә белем дә ала. Шулай уҡ география, физика, алгебра фәндәрен үҙ итә.

Һалдаттарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Каринаның бер туған ағаһы Руслан махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булан. Тәбиғәте менән тыныс холоҡло, ныҡышмал ҡыҙ, йәш булыуына ҡарамаҫтан, яңы пландар менән янып йәшәй, маҡсаттары ла изге уның.

Автор: Миля Мазитова
Читайте нас