Уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаусылар класташтары, уҡытыусылары менән осрашыуға ашҡынып килеп етте. Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Ишембай районы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Илшат Исмәғилов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлназ Әхмәҙиева, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов һәм башҡалар булды.
Байрам сараһы мәктәптең элекке директоры Ғәниулла Шәрифулла улы Ҡәйеповҡа таҡтаташ асыуҙан башланып китте. Ҡунаҡтар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр ойошторолдо. Теләге булған һәр кем шашка буйынса Европа һәм донъя чемпионы Айнур Шәйбәков, күп тапҡыр Башҡортостан, Рәсәй, Европа, донъя чемпионы Әлиә Әминова менән шашка уйнай алды.
Байрам саралары тамашалар залында дауам итте. Юбилей уңайынан һүрәт төшөрөү, шиғыр яҙыу кеүек төрлө конкурстарҙа еңеүсе уҡыусылар оло апай-ағайҙарынан бүләктәр алып ҡыуанды. Гимназия директоры Ләлә Шәрипова элекке хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Асыҡ микрофон барышында һәр кем үҙ иҫтәлектәре менән бүлеште, ҡотлау теләктәрен еткерҙе.
Юбилей кисәһе ҡала мәҙәниәт һарайында дауам итте.
Автор фотолары.