Һәм бер ҡасан да интернаттағы иртәнге йүгереүҙәр, бергәләп ашханаға, мәктәпкә барыуҙар, йыйылыштар, дискотекалар, «самоподготовка»лар, «читальный»ҙа төнөн тырышып-тырмашып уҡыуҙар – береһе лә ҡабатланмаясаҡ.
Ул ваҡытта беҙ быларҙы аңланыҡмы икән? Бик моңһоуланманыҡ та, шикелле. Имтихандарҙы бербер артлы тапшырып, сығарылыш кисәһе үтеү менән ҡанатланып остоҡ... Аҡ хыялдарға, бәхетле киләсәккә... Ваҡыт үҙенекен итте, һағыныштыҡ. Бер-беребеҙҙе лә, гимназияны ла, интернатты ла. Иртән дә, кистән дә бергә һәр беребеҙҙең шәхси тормошондағы шатлыҡты ла, ул ваҡытта ҙур проблема булып күренгән хәлдәрҙе лә бергә кисереүҙәр беҙҙе дуҫлаштырған, рухи яҡтан нығытҡан гимназия-интернатыбыҙ. Хәҙер иһә биш йыллыҡтарҙа ғына түгел, былай ғына ла осрашып-күрешеп торабыҙ, ҡайһы берҙәребеҙ менән ғаилә дуҫтары ла булып нисәмә йылдар дауамында аралашабыҙ.
Беҙҙең сығарылышты гимназия уҡытыусылары “йондоҙло сығарылыш”, ти. Аллаға шөкөр, 40 баланың күпселеге уҡыу йорттарын тамамлап, юғары урындарҙа Башҡортостаныбыҙ өсөн үҙ көсөн һала: Ринат Хисмәтуллин – БР Оператив штаб аппараты етәксеһе урынбаҫары, подполковник, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Таһир Шәрәфетдинов – БР Адвокаттар палатаһында бүлек етәксеһе, Рафаил Кәримов – отставкалағы полиция капитаны, Илнур Әхмәтов – майор, Фәнил Кәримов – республикала билдәле стоматолог-хирург, Азамат Ибраһимов – Ишембай ҡалаһының 14-се урта белем биреү мәктәбе директоры, шәхси эшҡыуар, Фидан Яппаров күп йылдар мәғариф өлкәһендә эшләп, әлеге ваҡытта шәхси эш менән шөғөлләнә.
Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа һәр төрлө өлкәлә тиҫтәләгән йылдар дауамында үҙ эшенең оҫтаһы итеп танытҡан белгестәр: Рәмилә Ғатауллина-Фәйзуллина – Салауат медицина
колледжы директоры урынбаҫары, РФ һаулыҡ һаҡлау отличнигы, РФ мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре, Минира Ибәтуллина-Вәлиева – Ә. Вәлиди музейы етәксеһе, Гөлфиә Сәйфетдинова-Янбаева – БР Финанс отчетлығы үҙәге етәксеһе урынбаҫары, Гөлфиә Солтанғолова-Әхмәрова – БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы баш белгесе, Альбина Хәмиҙуллина – Өфө ҡалаһы Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының бүлек мөдире, химия фәндәре кандидаты, Гөлнур Мөхөтдинова – Иглин районы үҙәк дауаханаһы табип-терапевты, Рәүилә Йәнтүрина – Ғафури районы мәҙәниәт һарайында күмәк тамашалар режиссеры. Венера Атйетәрова, Гөлсинә Абулғатина-Зөбәйҙуллина, Аиса Ғафарова һәм башкалар мәғариф өлкәһен үҙ итеп, балаларға белем бирһә, Рәмилә Аҫылгәрәева, Зөлфиә Шәрәфетдинова, Венера Ямалетдинова тиҫтәләгән йылдар дауамында шәфҡәт туташтары булып ауырыуҙарға ярҙам күрһәтә. Айгөл Сәғитова, Ләйсән Шәрәфетдинова һ.б. кеүек ауыл хужалығының төрлө тармағында көс түгеүсе тырыш хужабикәләребеҙ, эшҡыуарҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Һәр беребеҙ уңыштарға өлгәшкән белгестәр генә түгел, ныҡлы ғаилә ҡорған, бәхетле атаәсәләр. Күптәребеҙҙең балалары ла тыуған гимназияинтернатыбыҙҙа белем алып, ҡанат нығытты. Тормошта үҙ урыныбыҙҙы табып, лайыҡлы эшләп йөрөүебеҙҙә, һис шикһеҙ, беҙҙе уҡытҡан уҡытыусыларыбыҙҙың, беҙгә тәрбиә биргән тәрбиәселәребеҙҙең өлөшө сикһеҙ ҙур. Интернатыбыҙ беҙгә ҡыйыу ҡанаттар ҡуйған, һәр саҡ алға өндәүсе һүнмәҫ утыбыҙ. Гимназияла алған төплө белем, киң ҡарашлы булыу, һәр эште еренә еткереп эшләү, үҙебеҙ, ғаиләбеҙ, халҡыбыҙ өсөн яуаплылыҡ тойғоһо – уҡытыусыларыбыҙҙың, тәрбиәселәребеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәт һөҙөмтәһе. Һәр уҡытыусы беҙгә талапсан булды, уҡыусыларының көслө сифаттарын үҫтерергә, белемле булыу ҡиммәттәрен аңлатырға, күңел байлығын, рух ныҡлығын тәрбиәләүгә ҙур көс һалды. Гимназиябыҙ беҙгә – белем усағы ғына түгел, иң яҡын, тоғро дуҫтар табырға булышлыҡ иткән уҡыу йортобоҙ. Уңыштарыбыҙға шатланған, ҡайғы-бәләләр килгәндә иң беренсе иңдәрен ҡуйырлыҡ дуҫтарыбыҙ бар беҙҙең, бергә уҡыған, интернат тормошон, студент йылдарын бергә үткән дуҫтарыбыҙ! Барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ һиңә, гимназиям!
Фото мәктәп архивынан.