5-се класта класс етәксем Раушания Рамазан ҡыҙы ҙур терәгем булды. Үҙүҙемә ышанмаған, ҡыйыулыҡ етмәгән саҡтарҙа уның ҡурсалауы, ышанысы бик ярҙам итте. Ә интернаттағы терәгем тәрбиәсем Зөлфиә Муса ҡыҙы булды. Уның һоҡландырғыс сабыр холҡо, яғымлы ҡарашы һағыныу-болоҡһоу тойғоларын тарата торғайны.
Ә бер аҙҙан инде тормошомдо, урыҫтар әйтмешләй, «...ға тиклем һәм ...нан һуң»ға бүлгән хәл булды! 2014 йыл. Уҡыу йылы аҙағында “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсының муниципаль этабы уҙғарылғайны. Мин дә ҡатнаштым был конкурста. Ҡайтҡанда беҙҙе, гимназиянан барған уҡыусыларҙы, башланғыс кластар корпусына оҙатып килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фаягөл Тимербаевна менән таныштым. Шул мәлдән хәтерҙә бик матур иҫтәлек ҡалған: ҡояшлы көн, Фаягөл Тимербай ҡыҙы менән һөйләшә-һөйләшә Стахановсылар урамынан ҡайтып киләбеҙ. Минең 4-се класта уҡығанда “Урал батыр” эпосын ятлай башлағанымды белеп ҡалғас та ҡулымды ныҡ итеп ҡыҫып етәкләп алды ла: «Әкиәт һөйләүең оҡшаны. Мөмкинлегең, һәләтең ҙур. Һин минеке,
бер ҡайҙа ла ебәрмәйем! Бер кемгә лә бирмәйем!» - тип ышаныслы, әммә шул уҡ ваҡытта яғымлы йылмайып әйтеп ҡуйҙы. Шулай итеп, беҙҙең киләсәктә еңеүҙәргә илткән юлыбыҙ башланды.
Фаягөл Тимербай ҡыҙына булған рәхмәтем сикһеҙ! Сөнки тап уның менән мин «Урал батыр» эпосын ятлауымды дауам иттем, республика кимәлендә конкурстарҙа ҡатнашып, икенсе йылына уҡ Гран-при яуланым. Фаягөл Тимербай ҡыҙы ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәне. Ысын күңелдән өйрәтә торғайны. Республика конкурсы алдынан Хәйбулланан килеп, уҡытыусымдың өйөндә аҙналап ятып эпосты ятлай торғайным, шулайтып бергә конкурсҡа әҙерләндек. Фаягөл Тимербай ҡыҙы – “Урал батыр” эпосын яттан башҡарыусы йәш сәсәндәр конкурсына тотош быуын еңеүселәр әҙерләгән уҡытыусы. Уның менән төрлө конкурс, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ғына түгел, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаларҙа ла еңеүҙәр яуланыҡ. Ике йыл рәттән, 10-11-се кластарҙа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһының төбәкара этабында абсолют еңеүсе булдым. Уҡытыусым мине ҡулынан ысҡындырмай, 11-се класты тамамлағансы, юл күрһәтеп барҙы. Алтынға тиң остазым ул – Фаягөл Тимербай ҡыҙы. Уның егәрлелегенә, һөнәри оҫталығына, белем кимәленә, бар яҡлап та килгән уҡытыусы, һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙ булыуына һоҡланыуым сикһеҙ! Әле лә тормошомдағы ҡайһы бер мәлдәрҙә: «Туҡтале, Фаягөл Тимербаевна ошондай хәлдә нимә эшләр ине икән?» - тип уйлап алам. Остазымдың әйткән һүҙҙәре, кәңәштәре маяҡ булып тора. Яратҡан уҡытыусым менән бәйләнеште өҙгәнебеҙ юҡ. Башҡа фәндәрҙән дә уҡытыусыларыбыҙ, интернаттағы тәрбиәселәребеҙ изге күңелле булды. Уларҙың барыһын да йылы һүҙ менән иҫкә алабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Беҙгә уҡырға, үҫергә шундай һәйбәт мөхит, шарттар тыуҙырғаны өсөн, ул саҡтағы гимназия директоры Әлфис Ғаяз улына оло рәхмәт.
Фаягөл Тимербай ҡыҙы менән үткән юлыбыҙ, башҡорт теленә һөйөү мине Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына - башҡорт һәм инглиз телдәре йүнәлешенә алып килде. Былтыр уҡыуҙы тамамлап, Мәскәү ҡалаһына күстем. Әлеге көндә баш ҡалала йәшәйем, халыҡ-ара «La Berёzka» академияһының элиталы балалар баҡсаһында инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләйем. Бөгөнгө көндә тормошомдағы урыным, донъяға ҡарашым, белем кимәлем һәм, әлбиттә, сағыу, яҡты мәктәп иҫтәлектәре өсөн гимназияма, уҡытыусыларыма оло рәхмәтлемен! Киләсәктә лә рухлы, аҡыллы, уңған уҡыусыларҙы тормош юлына сығарып, абруйлы башҡорт гимназияһы булып балҡып торһон, тип теләйем.