Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Ноябрь 2025, 14:00

Гимназистар сәләмәт йылмайһын

Республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған «Үргә ос!» мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә «Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү буйынса эш башҡарыла.

Гимназистар сәләмәт йылмайһын
Гимназистар сәләмәт йылмайһын

Ошо башланғыс сиктәрендә мәктәптәрҙә теш дауалау кабинеттары асыла. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса унда педагогтар ҙа дауалана ала. 

Проект сиктәрендә 800-ҙән ашыу уҡыусы белем алған мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары асыу күҙ уңында тотола. Уҡыусылары аҙыраҡ булған мәктәптәрҙе теш табибы поликлиникала ҡабул итә.

- Иң ҙур мәктәптәрҙә хәҙер заманса стоматология кабинеттары бар. Уларҙа тәжрибәле теш табиптары эшләй. Шуға күрә уҡыусыларға мөрәжәғәт итәм: теш дауаларға ҡурҡмай барығыҙ һәм мәктәпте тамамлағанда матур тештәрегеҙ менән йылмайып сығығыҙ, - тип белдерҙе республика башлығы Радий ХӘбиров.

Октябрь айында Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында яңы стоматология кабинеты асылды.

Ул «Үргә ос!» мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә Ишембай мәктәптәрендә асылған алтынсы теш дауалау кабинеты. Яңыртылған кабинетта яҡты һәм иркен. Әммә төп өҫтөнлөк булып заманса ҡорамалдар - яңы кресло, автоклав, пар стерилизаторы, ультрафиолет лампа тора. Белгестәр гимназистарҙың тештәрен планға ярашлы тикшерә, киҫкен ауыртыу менән ҡабул итә, уҡытыусылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай.

– Беҙҙең төп маҡсат – теш ауырыуҙарын иртә осорҙа асыҡлау, - ти табип-стоматолог Әлиә Зәйнуллина. – Айырыуса теш ауыртыуы имтихандарға әҙерләнеүгә ҡамасауламаһын өсөн юғары класс уҡыусыларын уҡыу йылы башында уҡ иғтибар менән тикшерәбеҙ. Бөтә мәғлүмәттәрҙе “ПроМед” электрон базаһында теркәйбеҙ. Яңыртылғандан һуң эш шарттары күпкә яҡшырҙы, бигерәк тә цемент пломбаларҙың ғына түгел, ә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы пломбаларҙың булыуы ҡыуандыра, улар оҙайлыраҡ һәм эстетик яҡтан да яҡшыраҡ.

Кабинетты асыу тантанаһында Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илшат Исмәғилев та ҡатнашты. Ул
үҙенең дә ҡасандыр ошо мәктәптә уҡыуын һәм белем биреү учреждениеһының матди-техник базаһы яҡшы яҡҡа үҙгәреүен һәм камиллашыуын күреү уның өсөн айырыуса мөһим булыуын билдәләне.

Ишембай стоматология поликлиникаһы мөдире Салауат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, дауалау ярҙамынан тыш, белгестәр даими профилактик эш тә алып бара, шул иҫәптән
ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы буйынса дәрестәр үткәрә, унда балаларға тештәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү һәм ауырыуҙарҙы иҫкәртеү тураһында һөйләйҙәр. Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған стоматология кабинеттарын йыһазландырыу проекты Ишембай районының ҡала һәм ауыл мәктәптәрен үҙ эсенә ала. Бындай кабинеттарҙың булыуы стоматологик ярҙам алыу кимәлен күтәрә, балаларға белем биреү учреждениеларында сифатлы, бушлай стоматология ярҙамы алыу мөмкинлеген бирә.


Автор фотолары.

Гимназистар сәләмәт йылмайһын
Гимназистар сәләмәт йылмайһын
Гимназистар сәләмәт йылмайһын
Автор: Алёна Чернова
Читайте нас