Ошо миҙгелдә Хәҙисә менән Минеғәле Яхиндар ғаиләһендә икенсе бала булып һылыу ҡыҙсыҡ донъяға килә. Апаһы Әнисәгә ауаздаш булһын өсөн Рәйсә тип
исем ҡушалар. Ҡыҙҙың бала, үҫмер сағы атай-әсәйҙең ҡул араһына инеп, Һәләүек буйында тиҫтерҙәре менән уйнап, таң алдынан күргән төш кеүек, гөрләп үтеп тә китә. Бала сағы ысын мәғәнәһендә бәхетле үтә уның, сөнки янында атаһы менән әсәһе, ишле ғаилә. Бындай ғаиләлә балалар бер-береһенә ихтирамлы, иғтибарлы булып үҫә, эшкә өйрәнеү, ярҙамлашыу, туғанлыҡ тойғоһо ла уларҙа көслө була.
Этҡол урта мәктәбен тамамлаған тырыш ҡыҙ Стәрлетамаҡ дәүләт пединститутының филология факультетына уҡырға инә, сөнки үҙен уҡытҡан уҡытыусылар уға маяҡ, өлгө була.
Ах, ул студент йылдары! Иңдәрҙә ҡанат тойоп, табандарҙан ут осороп йәшәлгән ҡабатланмаҫ йәшлек йылдары! Төн йоҡоһон ҡалдырып, имтихандарға әҙерләнеү, театр-концерттарҙы ҡалдырмау, төҙөлөш отрядтары, студент яҙы, тыуған көндәр... Биш йыл буйы бергә торған бүлмәләш Баймаҡ ҡыҙҙары ла һиңә туған кеүек яҡын, ҡәҙерлегә әйләнә. Урта мәктәптә уҡыған сағында уҡ һылыу ҡыҙға күҙ һалып йөрөгән Этҡол егете Ишбулды институтта уҡып йөрөгән Рәйсәне
ҡулынан ысҡындырмай. Үҙе лә Стәрлегә техникумға уҡырға инә. Ике йәш йөрәктең туйҙары ла көҙгө байлыҡта үтте. Ҡар ҡатыш яуған ямғырҙа трактор арбаһына ултырып загсҡа килеүебеҙ, гөрләп үткән күңелле туй мәжлесе – төркөмдәш ҡыҙҙар һәм егеттәр хәтерендә яҡты бер иҫтәлек, йәшлегебеҙҙең сағыу бер мәле ул.
“Энә ҡайҙа, еп шунда” тигәндәй, Әрмет ауылында зоотехник булып эшләгән Ишбулдыға эйәреп, Рәйсә лә мәктәптә хеҙмәт юлын башлай. Данлыҡлы мәктәптең оло, тәжрибәле уҡытыусылары кәңәшсе лә, һөнәр серҙәрен асҡан остаз да була. Ул үҙе лә һәр саҡ яңылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтыла, гел эҙләнгән, һәр ваҡыт уҡыған уҡытыусы итеп таныта үҙен. Мөхәббәтле ғаиләлә улдары Илнур, ҡыҙҙары Әлиә тыуа. Хәҙер был балалар икеһе лә юғары белемле, үҙ аллы донъя көтәләр. Әлиә Өфөлә ЮХХДИ инспекторы. Илнур “Башнефть” тармағында оператор булып эшләй, ғаиләһе менән Стәрлелә тора.
Йылдар үтә, Ишбулды менән Рәйсәнең тормош юлдары ҡалаға тартыла. Ҡалабыҙҙың 1-се интернатында, һуңынан кадет мәктәбе тип үҙгәртелгән уҡыу йортонда Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Мәғариф алдынғыһы Мөхәмәтова Рәйсә Минеғәле ҡыҙы 40 йылдан ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Хәҙер уның үҙе ижад иткән, һынаған алдынғы уҡытыу методикаһы бар, ғилми яҡтан нигеҙләп яҙылған уҡыу-уҡытыу әсбаптары донъя күрҙе. Ул – йәш уҡытыусыларҙың остазы: асыҡ дәрестәр үткәрә, күп йыллыҡ эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша, ил, республика семинар-конференцияларында әүҙем ҡатнаша, сығыштар яһай.
Ҡала шыу-шыуынан арып, донъя ығызығыһынан талсып киткәндә улар, тимер атҡа атланып, Һәләүекбашҡа йүнәләләр. Унда яңы һалып сыҡҡан өйҙәре, гөлсәскәгә, еләк-емеш ағастарына күмелеп, балҡып ҡаршылай уларҙы. Биш ейәнейәнсәренең дә яратҡан урыны, ял итеү, көс туплау, ололарға хөрмәт, изгелек күрһәтеү урыны ла ошонда.
Ғүмерендә бер һөнәр һайлап, шул һөнәргә тоғро ҡалған Рәйсә Минеғәле ҡыҙы әле лә сафта, әле лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәнен, уның байлығын,
матурлығын бала күңеленә һалған, бар булмышы менән тормошто йәмләгән егәрле уҡытыусы, ысын мөғәллимә булып ҡала.