Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2025, 12:00

Хеҙмәте хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ

Уҡытыусы тигән изге һөнәргә бар ғүмерен арнап, үҙ эшен ҙур теләк менән башҡарған, балаларға ихлас күңел йылыһын бүлгән педагогтар бихисап. Ошо хеҙмәткә 41 йыл ғүмерен бағышлаған хеҙмәт ветераны, Этҡол ауылы мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы Зифа Зөфәр ҡыҙы Ғарифуллина - шундайҙарҙың береһе. Әйткәндәй, абруйлы уҡытыусы быйыл хаҡлы ялға киткән.

Хеҙмәте хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ
Хеҙмәте хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ

Зифа Зөфәр ҡыҙы Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында тыуып үҫә. Ғаиләлә иң оло бала булғанға күрә туғандарын ҡарау, өй араһындағы барлыҡ эштәрҙе башҡарыу уның иңенә төшә. Аҙаҡ ғаиләһе менән Баймаҡ ҡалаһына күсеп киләләр. Уңған, тырыш ҡыҙ мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый, айырыуса башҡорт теле һәм әҙәбиәтен ярата. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, класта староста ла була. Белем усағынан аттестат алып сыҡҡас, икмәк комбинатына эшкә урынлаша. Уҡытыусылары быны белеп ҡалып, йәш ҡыҙҙы мәктәпкә лаборант һәм пионервожатый итеп саҡыралар. Зифа Зөфәр ҡыҙының тырышлығын күреп, уны юғары уҡыу йортона уҡырға инергә өгөтләйҙәр. Ҡыҙ Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының әҙерлек курсын уңышлы тамамлап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте факультеты студенты булып китә. Был йылдарҙа уның уҡытыусы һөнәренә булған һөйөүе тағы ла көсәйә.

- Ятаҡта Баймаҡ ҡыҙҙары менән бер бүләмәлә йәшәнек, үҙ-ара дуҫ, татыу булдыҡ. Беҙҙең бүлмә һәр ваҡыт өлгөлөләр иҫәбендә ине. Институтта үҙ эштәренә мөкиббән бирелгән педагогтар, профессорҙар уҡытты. Ысын мәғәнәһендә беҙҙе уҡытыусы итеп әүәләп сығарған остаз уҡытыусылар булдылар. Йыраҡ районда йәшәгәс, тыуған яҡҡа йыш ҡайтып булманы. Атайым командировкаларға йөрөгәс, миңә әсәйем ебәргән күстәнәстәрҙе килтереп торҙо. Иң мөһиме - минең тирә-яғымды һәр ваҡыт тик яҡшы кешеләр генә уратып алғайны, - тип иҫләй студент йылдарын Зифа апай.

Дүртенсе курста уҡығанда буласаҡ уҡытыусыны Этҡол ауылы мәктәбенә практикаға ебәрәләр. Ул унда ауылдың аҫыл егеттәренең береһе, лаборант булып эшләгән Рәфҡәт Рауил улы менән таныша. Тора-бара ике йәш йөрәктең дуҫлыҡтары оло һөйөүгә әүерелә. Бишенсе курста йәштәр гөрләтеп никах, аҙаҡ туй үткәрәләр һәм Этҡол ауылында ҡәйнә йортонда төпләнәләр. Зифа Зөфәр ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Йәш белгес аҡыллы, ғәҙел мәктәп директоры Рәшит Фәррәх улы Ноғоманов етәкселегендәге әҙәпле, татыу коллективҡа эләгә.

Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, талапсан, шул уҡ ваҡытта изге күңелле, ябай ҙа булған уҡытыусыны мәктәп коллективы ла, уҡыусылар ҙа тәү күреүҙән үҙ итә. Ул беренсе көндәрҙән үк һәр баланы әсәләрсә һөйөү менән солғап ала. 1993 йылда мәктәп директоры итеп Дамир Сәхиулла улы Баһауетдинов тәғәйенләнә. Зифа Ғарифуллинаның уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып призлы урындар ала.

Бынан тыш Зифа Зөфәр ҡыҙы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Профсоюз ойошмаһында, мәктәптең методик ойошмаһында ла әүҙем эш алып бара. 2016 йылда башҡорт теле методик ҡулланмалар эшләү буйынса Хәйбулла районы һәм Өфө гимназиялары менән берлектә Этҡол урта мәктәбендә юғары кимәлдә семинарҙар үтә, аҙаҡ китаптар сығаралар. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн өлгөлө хеҙмәткәр Ишембай районы муниципаль районының, мәғариф бүлегенең, БР мәғариф министрлығының маҡтау грамоталары менән билдәләнгән.

- Мин уҡыусыларға ла, балаларыма ла кешелекле, аҡыллы, әҙәпле булығыҙ, тип өйрәтәм. Ғөмүмән, уҡытыусы булған кешегә талапсан, бер аҙ уҫал да булырға кәрәк. Хәҙер интернет, телефон заманы тип әйтәйемме икән. Уҡыусылар телефонды ҡулдарынан төшөрмәй. Бының менән телгә лә мөнәсәбәт үҙгәрә. Башҡорт балалары булһалар ҙа, ауылда йәшәп тә, башлыса русса һөйләшәләр. Улар башҡорт ғаиләһендә үҫәләр, әммә ата-әсәләре менән дә русса һөйләшәләр. Шартлатып үҙебеҙҙең туған телдә һөйләшкән уҡыусылар бик һирәк. Был иң ҙур проблемаларҙың береһе, тип әйтер инем. Үҙем рухлы кеше булараҡ, мин быны ауыр ҡабул итәм, - ти тәжрибәле уҡытыусы.

Зифа Зөфәр ҡыҙынан ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайлауы тураһында һорашмай булдыра алманым.

- Ҡартатайым бәләкәй саҡтан уҡ миңә, “Минең ҡыҙым уҡытыусы буласаҡ”, тип ярата торғайны. Ә инде беренсе класҡа уҡырға барғанда, әсәйем сумкаларҙы тултырып, мине кейендерҙе лә, “ҡыҙым, һин уҡытыусы булаһың”, тине. Шулай итеп уларҙың әйткәне минең педагог һөнәрен һайлауымда мөһим роль уйнағандыр ҙа инде. Әсәйем яғынан дин ныҡ көслө, шуға ла беҙ, балалары, тәртиптә, татыулыҡта тәрбиәләнеп үҫтек. Һәр ваҡыт Ҡөрьән аяттары уҡытып торабыҙ, - тип яуапланы ул.

Зифа Зөфәр ҡыҙы ғаиләһе менән дә бик бәхетле. Янында яратҡан тормош иптәше, балалары бар. Рәфҡәт Рауил улы Этҡол урта мәктәбендә лаборант, аҙаҡ хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләй, ситтән тороп юғары белем ала. 2000 йылдан алып директор урынбаҫары вазифаһын алып бара. Тағы биш йылдан уны Этҡол ауыл Советы биләмәһе хакимиәте рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Аҙаҡҡы ун йылда Рәфҡәт ағай “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында директор урынбаҫары булып эшләй. Зифа апай менән Рәфҡәт ағайҙың балалары ла һынатмай. Ҡыҙҙары Миләүшә БДУ-ның химия факультетын, аҙаҡ ситтән тороп юридик факультетын тамамлай. Әлеге ваҡытта «Башнефть-Петротест» компанияһында бүлек начальнигы булып эшләй. Улдары Заһир Өфө дәүләт авиация техник университетында белем алып Өфө нефть һәм газ ҡорамалдары заводында етештереү буйынса директор урынбаҫары.

Ғаилә ҡороп биш йыл йәшәгәндән һуң Ғарифуллиндар туғандары ярҙамында күркәм йорт һалып инә. Улар аҙбар тулы ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерәләр. Атай-әсәй балаларын бәләкәйҙән эшкә, итәғәтле булырға өйрәтә. Улар ҙа аҙна һайын тыуған йорттарына ашҡына. Уҡытыусы өсөн юғары баһа, уҡыусыларының рәхмәтле булыуында, уңыштарға өлгәшеүендә. Зифа Зөфәр ҡыҙының уҡыусылары ҡайҙа ғына йәшәпэшләһәләр ҙә уҡытыусыларына ҡарата рәхмәт һүҙҙәрен еткереп торалар.

- Ихтирамды, хөрмәтте яулап ҡына алып була. Уны мисәт итеп бирмәйҙәр. Мәктәп эшенән китһәм дә, уҡыусыларым, шөкөр,  мине онотмайҙар. Мәҫәлән, яңы ғына эш буйынса мәктәпкә барып килгәйнем, балалар тәҙрәнән мине күреп, ҡаршыма йүгереп сығып, кем уҙарҙан ҡосаҡлап алдылар. Уларға бит, “Ана, апағыҙ килә, ҡосаҡлағыҙ!” тип берәү ҙә әйтмәй. Минең хеҙмәтемә был ҙур баһа. Шуға ла ябайлыҡта – бөйөклөк, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер, тип уйлайым, - ти өлгөлө педагог.

Зифа Зөфәр ҡыҙы хаҡлы ялда булһа ла, ҡул ҡаушарып ултырырға яратмай. Бәләкәйҙән сигергә, яҙышырға яратҡан кеше булараҡ, был шөғөлөн тергеҙеп ебәрмәксе. Әйткәндәй, уның мәҡәләләре “Торатау” гәзитендә даими баҫылып тора.

Эйе, ул шуның өсөн дә беренсе уҡытыусы. Ул һине яҙыу-һыҙыуға ғына өйрәтеп ҡалмай, ә тулы шәхес булып формалашыуыңда иң ҙур роль уйнаған, аҡты-ҡаранан айырырға өйрәткән кеше лә булып ҡала. Зифа Ғарифуллинаның тап шундай уҡытыусы икәненә тағы ла бер ҡат инандым һәм ул уҡытып сығарған уҡыусылар иң бәхетлеләрелер, тигән уйҙа ҡалдым.


Фотолар ғаилә архивынан.

Хеҙмәте хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ
Хеҙмәте хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ
Хеҙмәте хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ
Автор: Гөлнора Йәмилева
Читайте нас