Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогия хеҙмәте ветерандары, Ишембай районының мәғариф хеҙмәткәрҙәре!
Муниципаль район хакимиәте исеменән һәм шәхсән үҙемдән һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Һеҙҙең һөнәрегеҙ - иң изге, мөһим һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Һеҙ белем биреп кенә ҡалмайһығыҙ, ә балалар күңелендә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ осҡоно ҡабыҙаһығыҙ, изгелеккә, ғәҙеллеккә һәм илһөйәрлеккә өйрәтәһегеҙ, киләсәк быуындарҙың шәхесен һәм характерын формалаштыраһығыҙ. Районыбыҙҙың иң ҡиммәтле байлығы, уның ғорурлығы һәм киләсәге - балаларыбыҙ - һеҙҙең ҡулда. Меңләгән сығарылыш уҡыусыларының йөрәгендә бай мираҫ һәм яҡшы иҫтәлек ҡалдырған, мәғарифҡа хеҙмәт иткән педагогия хеҙмәте ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, сабырлығығыҙ, аҡыллылығығыҙ өсөн тәрән рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ энергия, ғаиләләрҙә именлек һәм шатлыҡ, ә уҡыусыларығыҙға - һеҙҙең дә ҡаҙанышығыҙ булып торасаҡ юғары ынтылыштар һәм ҙур еңеүҙәр теләйем.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.