Мәғариф
4 Октябрь 2025, 07:00

Хеҙмәттәре юғары баһаланды

Ошо йома ҡала мәҙәниәт һарайында мәктәп һәм балалар баҡсаһы педагогтарын Уҡытыусылар көнө менән ҡотлап үттеләр.

Хеҙмәттәре юғары баһаландыХеҙмәттәре юғары баһаланды
Хеҙмәттәре юғары баһаланды

Бер төркөм Ишембай педагогтары Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф өлкәһенең наградалары менән бүләкләнде. Мәҫәлән, 3-сө мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Марина Александровна Семёноваға «Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы» билдәһе тапшырылды.

- Мин үҙем спорт йүнәлешле мәктәптә уҡыным, үҫкәс, тренер булырмын, тип уйлай торғайным. Ләкин яҙмышымда икенсе төрлө килеп сыҡһа ла, һайлаған һөнәремә үкенмәйем. Һәм мин бына ҡырҡ йыл буйы балаларға һабаҡ бирәм, - тип уртаҡлашты ул. - Хеҙмәтемдең юғары баһалауына бик шатмын. Минең өсөн борсолған, ярҙам ҡулы һуҙған коллективыма оло рәхмәт белдерәм.

 

Автор фотолары һәм видеоһы.

Хеҙмәттәре юғары баһаланды
Хеҙмәттәре юғары баһаланды
Хеҙмәттәре юғары баһаланды
Хеҙмәттәре юғары баһаланды
Хеҙмәттәре юғары баһаланды
Хеҙмәттәре юғары баһаланды
Хеҙмәттәре юғары баһаланды
Хеҙмәттәре юғары баһаланды
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас