Мәғариф
3 Октябрь 2025, 07:00

Математика оҡшаймы, әллә биологиямы?

Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙың 2-се мәктәбендә «Выходи решать!» Бөтә Рәсәй физик-техник контроль эшен үткәреү өсөн майҙансыҡ ойошторолдо. Уның сиктәрендә 8-11-се класс уҡыусыларының үҙҙәрен математика, физика, информатика, биология, химия һәм астрономия өлкәһендә һынап ҡарау мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Математика оҡшаймы, әллә биологиямы?Математика оҡшаймы, әллә биологиямы?
Математика оҡшаймы, әллә биологиямы?

2025 йылда Бөтә Рәсәй акцияһы Президент гранттары, Мәскәү физик-техник институтының маҡсатлы капиталы һәм Горчаков фондтары ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Асыҡлап әйткәндә, был контроль эште 28 сентябрҙән 5 октябргә тиклем «All Cups» сайтында теләге булған һәр кеше үтә ала. Ҡатнашыусыларҙың 14 йәштән өлкән булыуы ғына төп шарт. Мәктәп уҡыусыһымы, колледж студентымы, офис хеҙмәткәреме – быныһы мөһим түгел.

- «Выходи решать!» Бөтә Рәсәй физик-техник контроль эше – ул илдә фәнде һәм белем биреүҙе популярлаштырыуға йүнәтелгән киң масштаблы сара. Был акцияла беҙ дүртенсе йыл ҡатнашабыҙ, һуңғы ике йылда терәк майҙансыҡ конкурстарын еңдек. Сараны Рәсәй кимәлендә ойоштороусылар балаларҙы бүләктәр менән дәртләндерҙе һәм мәктәптә майҙансыҡ ойоштороу өсөн аҡса бүлде, - тип уртаҡлашты 2-се мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гүзәл Карамова. – Илдә терәк майҙансыҡтар күп, ләкин улар араһынан 50 белем биреү учреждениеһы ғына аҡсалата дәртләндереү хоҡуғына эйә булды. Балалар акцияла уҡыусы булараҡ ҡына ҡатнашманы, ә ирекмәнлек эшмәкәрлеген дә күрһәтте.

- Акция төрлө яҡлап ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Сайтта теләгән йүнәлешеңде һайлап, һорауҙарға үҙең белгәнсә яуап бирәһең, - тип һөйләне 11-се класс уҡыусыһы Андрей Загилов. – Бынан тыш, «Выходи решать!» сараһының ирекмәне булараҡ, терәк майҙансыҡты ойоштороуҙа ҡатнаштым, уҡыусылар контроль эшен башҡарғанда техник һорауҙар (сайт, йүнәлеш) буйынса ярҙам иттем. Был контроль эште башҡарып ҡараһағыҙ, бер ҙә үкенмәҫһегеҙ, киреһенсә, ыңғай хис-тойғо ғына алырһығыҙ. Әйткәндәй, сараның спикерҙары контроль эш башланыр алдынан уҡыусыларға файҙалы оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Мәҫәлән, нефть колледжы уҡытыусыһы Наил Карамов студенттары Максим Яцынович һәм Арыҫлан Аҡсулпанов менән «Мәктәп фәндәренең нефть һәм газ скважиналарын быраулау менән бәйләнеше» темаһына лекция һәм практик күнекмә ойошторҙо. Улар уҡыусылар менән быраулау иретмәһенең параметрын билдәләү тәжрибәһен уртаҡлашты. Өфө фән һәм технологиялар университетының Ишембай филиалы доценты, техник фәндәр кандидаты Дим Хөснөтдинов нисек итеп пилотһыҙ осоу аппаратын конструкцияларға һәм йыйырға өйрәтте.

Балалар экология-биология үҙәге директоры урынбаҫары Нурания Төхвәтуллинаның «Кеше тормошонда антоциандарҙың роле» темаһына сығышы файҙалы ғына түгел, ҡыҙыҡлы ла булды.

- Антоциан – ул сәскәләргә, емештәргә ҡыҙыл, зәңгәр, шәмәхә төҫө бирә торған пигмент, - тип аңлатты Нурания Әсҡәт ҡыҙы. – Балалар менән антоциандарҙы балан, виноград, слива емештәренән, сөгөлдөрҙән һәм ҡыҙыл һуғандан айырып алдыҡ. Артабан уларҙың реакцияһын төрлө мөхиттә тикшереп ҡараныҡ.

Ҡаланың 2-се мәктәбендә «Выходи решать!» бөтә Рәсәй физик-техник контроль эшен башҡарған уҡыусыларҙың һөҙөмтәләрен көтөп ҡалабыҙ.


Автор фотолары.

Математика оҡшаймы, әллә биологиямы?
Математика оҡшаймы, әллә биологиямы?
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас