

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, социаль хеҙмәттәр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәре ололар өсөн төрлө мәсьәләләр буйынса консультациялар ойошторҙо.
- Оло йәштәгеләр өсөн үткәрелгән концертҡа йыл да киләм. Был таныштарым менән бер күрешеп алыу урыны ла булып тора. Етмәһә, бөгөнгө байрам минең тыуған көнөм менән тап килде. Барыһын да беҙҙең өсөн мөһим булған байрам менән ҡайнар ҡотлайым, - ти Смаҡайҙың ҡул оҫтаһы, ағинәй Бибиниса Шириязданова.
Автор фотолары һәм видеоһы.