Мәғариф
27 Сентябрь 2025, 08:04

Беҙҙең эштә балаларҙы яратырға кәрәк

Әминә, Аиша, Радий, Азалия, Батырхан, Әмирхан, Рушан, Света... Ошондай матур исемле ҡурсаҡ кеүек ҡыҙҙар һәм малайҙар йөрөй Һайрандың мәктәпкәсә белем биреү төркөмөнә. Уларҙы тәрбиәселәре көн һайын үҙ балаһылай яҡын күреп, ҡояш һымаҡ йылмайып ҡаршы ала.

Беҙҙең эштә балаларҙы яратырға кәрәкБеҙҙең эштә балаларҙы яратырға кәрәк
Беҙҙең эштә балаларҙы яратырға кәрәк

Миләүшә Ҡаҙаҡҡолованың хеҙмәт стажы - 35 йыл. Бөрйән районының Асҡар ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән тәрбиәсе булырға хыяллана. Шуға күрә һис тә икеләнеп тормайынса был һөнәрҙе һайлай. 1990 йылдың июнендә Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, юллама буйынса Ишембай районына эшкә ебәрелә.

- Ишембайға килеп төшкәс иң тәүҙә мәғариф бүлегенә килдем, мине ул ваҡытта етәксе булып эшләгән Марат Әминов ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Беҙ һине  күптән көттөк. Бына Һайран ауылына тәрбиәсе кәрәк тип, автовокзалда автобусҡа ултыртып, уңыштар теләп оҙатып ҡалды. Һайранды тәүге күреүҙән үк оҡшаттым, ауыл халҡы ла мине яратып ҡабул итте. Ул заманда балалар ҙа күп ине. Гөрләтеп эшләп алып киттем, - ти Миләүшә Зәкирйән ҡыҙы.

Йәш белгес үҙен һынатмай. Бар күңелен һалып, мөкиббән бирелеп эшләй. Бөгөнгө көндә ул бер нисә быуынды тәрбиәләп сығарған. Ҡасандыр бәләкәй генә булып йөрөгән тәрбиәләнеүселәре хәҙер үҙҙәре атай-әсәй булып, баҡсаға балаларын йөрөтә.

- Туҡһанынсы йылдарҙағы балаларҙы хәҙергеләр менән сағыштырып ҡарайым да ҙур айырма булыуын күрәм. Элекке балалар күмәк ғаиләлә үҫкәнгәме тыңлаусан, үҙ аллы булдылар. Ә хәҙер күпселек ғаиләләрҙә берешәр, икешәр бала тыуғанлыҡтан, үҙ һүҙле, талапсан, иркә балалар килә. Дәрес ваҡытында шөғөлләнгәндә улар менән һөйләшеп, килешеп эшләргә тура килә. Ғөмүмән, балалар яһалмалыҡты яратмай, тиҙ тоя, шуға ла улар менән ихлас, ябай булыу мотлаҡ. Яңыраҡ Ишембайға барғанда ҡыҙыҡ хәл булды, сиратта ултырғанда таныш булмаған бер бала миңә өйҙәге бөтә хәлдәрен, яңылыҡтарын, туғандары тураһында бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Эргәһендә ултырған әсәһе «Һеҙ, моғайын, тәрбиәсе йәки башланғыс кластар уҡытыусыһылыр. Малайымды үҙегеҙгә тиҙ арбанығыҙ, ул бөтәһенә лә серҙәрен сисеп бара торған бала түгел”, тип ихлас аптырай. Беҙҙең эшебеҙҙә һөнәреңде, балаларҙы яратмаһаң, эшләп булмай. Шунһыҙ балалар һиңә тартылмай, күңелдәрен асмай, - ти тәжрибәле белгес.

Дәрестәр ваҡытында Миләүшә Зәкирйән ҡыҙы башҡорт халыҡ ижадына таянып, балалар менән төрлө әкиәттәр, шиғырҙар, риүәйәттәр, йомаҡтар өйрәнәләр. Халыҡ педагогикаһын файҙаланып, туған телгә, мәҙәниәткә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләй, шәфҡәтлелеккә һәм изгелеккә өйрәтә. Төркөмдә башҡортса һөйләшеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған ул. Был йәһәттән музыка етәксеһе Нурзидә Солтанова - тәрбиәсенең уң ҡулы. Балалар баҡсаһында күптән түгел генә эшләүенә ҡарамаҫтан, балалар менән уртаҡ тел табып, уларға бихисап йырҙар, бейеүҙәр өйрәткән.

Әлбиттә, балалар менән эшләүҙә тәрбиәсе ярҙамсыһының роле ҙур. Зәкирә Шәрипованың балалар баҡсаһында эшләүенә 36 йыл. Төркөм бүлмәһендә таҙалыҡ һәм тәртип булдырыу, уны биҙәүҙә ҡатнашыу, балаларҙы ашатыу, тәрбиәселәргә дәрес үткәреүҙә һәм байрам ойоштороуҙа ярҙам итеү һәм башҡа хәстәрҙәр тап уның иңендә. Эш һөйөүсән, баҫалҡы һәм тырыш Зәкирә Зәкәриә ҡыҙы бинала һәр саҡ таҙалыҡ, уңайлы мөхит булдыра. Тәрбиәләнеүселәр, уларҙың атаәсәләре менән дә уртаҡ тел таба.

- Эшкә 1989 йылда килгәйнем, шунан бирле һөнәремә тоғро ҡала киләм. Коллегаларым менән берберебеҙҙе хөрмәт итеп, татыу эшләйбеҙ. Һәр балаға айырым иғтибар бирергә тырышабыҙ. Баланың мәктәпкәсә осоро – бик  яуаплы, мөһим мәл. Яңы ғына йөрөй башлаған сабыйҙарға бигерәк тә ҡыйын. Уларға икенсе әсәй, өләсәй булып, күңел йылыһы биреп, балалар баҡсаһы тормошона өйрәтәбеҙ. Кискеһен ата-әсәләр килһә, кескәйҙәр «Нишләп иртә килдегеҙ, беҙҙең ҡайтҡыбыҙ килмәй әле» тип асыуланышып бер булалар хатта, - ти йылмайып Зәкирә Зәкәриә ҡыҙы.

Яҡты, йылы мәктәпкәсә төркөмгә әлеге мәлдә унға яҡын бала йөрөй. Үҙ эшен яратҡан, тәжрибәле белгестәр уларҙың һәр береһен айырым бер шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур көс һала.


Автор фотолары.

Беҙҙең эштә балаларҙы яратырға кәрәк
Беҙҙең эштә балаларҙы яратырға кәрәк
Беҙҙең эштә балаларҙы яратырға кәрәк
Беҙҙең эштә балаларҙы яратырға кәрәк
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас