Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Сентябрь 2025, 19:00

Уҡыу ҙа, ашау ҙа үҙ ваҡытында

Башҡортостан уҡыусылары нимә менән туҡлана?

Уҡыу ҙа, ашау ҙа үҙ ваҡытында
Уҡыу ҙа, ашау ҙа үҙ ваҡытында

Үткән йома Ишембай уҡыусылары мәктәптәрҙә тауыҡ итенән былау, йогурт, сәй һәм икмәк ашаны. Уҡыусыларҙы туҡланыдырыу бөтә республика буйынса алдан төҙөлгән ун көнлөк менюға ярашлы башҡарыла, йәғни балалар былауҙы ике аҙнанан һуң ғына ҡабат ашаясаҡ. Тимәк, күрше район уҡыусылары ла бер көндө шул уҡ аҙыҡ менән туҡлана. Бынан тыш, әҙерләнгән ризыҡтар бер үк етештереүсенең аҙыҡ-түлегенән булыуы ла ихтимал.

Буйвол итенә урын юҡ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәп туҡланыуы реформаһын берҙәм меню, тикшерелгән етештереүселәр, аҙыҡ-түлеккә сертификат артынан көсәйтелгән контролдән башланы. Төбәк башлығы хәтерләүенсә, алты йыл элек был өлкәлә хәл киҫкен була.

- 2018 йылдың көҙөндә мине бер һорау борсоуға һалды: һыйыр итен етештереү буйынса илдә беренсе урында килгән республика уҡыусыларҙы үҙебеҙҙең ит менән бары тик алты процентҡа ғына тәьмин итә. Балаларға Уругвай, Парагвай, Һиндостан һәм Аргентинанан килтерелгән осһоҙ, туңдырыпиретелгән, сифатһыҙ буйвол итен ашатҡандар, - тип яҙғайны социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров.

Бөгөн уҡыу учреждениеларындағы ашханаларҙа аҙыҡ-түлек сифаты өсөн мәктәп туҡланыуы операторҙары яуаплы. Ишембай районында өс бындай ойошма бар. 16-сы мәктәпте шәхси эшҡыуар Мария Александровна Семенихина хеҙмәтләндерә. Ул аҙыҡ-түлек һатып алыу, уны мәктәпкә килтереп, ашнаҡсыларҙы эшкә урынлаштырыу өсөн яуаплы. Хатта һауытһаба ла мәктәпкә шәхси эшҡыуар тарафынан алынған.

Һуңғы йылдарҙа ашханаға алып киленгән аҙыҡ-түлек ныҡлы тикшерелә башланы. Һәр аҙыҡтың сертификаты, тикшереү протоколы булырға тейеш.

- Һөт, кефир, ҡаймаҡ, аҡ майҙы беҙгә Өфө һөт заводы алып килә. Ит менән ит етештереүсе комбинат тәьмин итә, - тип аңлатты “ШЭ Семенихина М.А.” етәксеһе урынбаҫары Татьяна Надеева. – Йәшелсәләр фермерҙарҙыҡы. Халыҡтан шулай уҡ картуф, кишер, һуған ҡабул итәбеҙ. Быйыл үҙебеҙ ҡарағат менән сейә йыйҙыҡ – файҙалы эсемлектәр әҙерләйәсәкбеҙ. Балаларға Ишембай икмәген генә алабыҙ.

“Вагон”дан алып уңайлы ашханаға тиклем

Аҙыҡ бешергәндә күп нәмә ашхананың йыһазландырылыуынан тора. Уҡыу учреждениеларын капиталь ремонтлау федераль программаһы сиктәрендә 2023 йылда 16-сы мәктәп күҙгә күренеп күркәмләнде. Мәктәп ашханаһы ла уңайлы һәм таҙа булып ҡалды.

- Быға тиклем бында иҫкергән ҡоролмалар ҡулланыла ине, - тип һөйләне Татьяна Надеева. – Ишембай районының мәғариф идаралығы һәм мәктәп етәкселеге менән берлектә беҙ СанПиН-ға ярашлы яңы план булдырып, яңы ҡоролмалар һатып алдыҡ. Шулай итеп ашханала заманса картуф таҙартҡыс, ит үткәргес, ҡыҙҙырыу шкафы, плита, һыу йылытҡыс, туңдырғыс барлыҡҡа килде. Бынан тыш, һөт тауарҙары, ит, балыҡ һәм башҡа аҙыҡ-түлек өсөн яңы һыуытҡыстар, һауыт-һаба йыуа торған машина ҡуйылды. Эш шарттары күпкә яҡшырҙы. Беҙ быға бик шатбыҙ. Ремонтҡа тиклем ашнаҡсылар ашхананы “вагон” тип йөрөтһә, хәҙер унда иркен, яҡты. Ҡул аҫтында ғына бөтә кәрәкле әйбер бар.

16-сы мәктәптең ашханаһында эш көнө уҡыусылар йоҡлаған мәлдә үк башлана. Иртәнге сәғәт биштә ашнаҡсылар эш урынына ашыға: йәшелсәләрҙе таҙарта башлай, ярмалар әҙерләй, ит киҫә. Өлкән ашнаҡсы Гөлнара Хәмиҙуллина билдәләүенсә, меню үҙгәртелгәндән һуң ашалмай тороп ҡалған аҙыҡ күпкә кәмегән.

- Уҡыусылар былау, сырлы туҡмас, какао, тауыҡ итенән кәтлитле ҡарабойҙайҙы яратып ашай, - ти ул. – Кәтлит биргән көн беҙҙең өсөн иң ҡатмарлыһы, сөнки 500 кәтлит эшләргә кәрәк.

Тәрилкәләр таҙа

Артур Иралин – 16-сы мәктәпте тамамлап, бөгөн бында практика үтеп йөрөй. Буласаҡ ашнаҡсыкондитер хәтерләүенсә, элек мәктәптә бирелгән бешкән йәшелсәләрҙе, киҫәкле балыҡты ул да, уның иптәштәре лә ашамаған.

- Хәҙер меню төрлөләндерелгән. Балыҡ урынына балыҡлы кәтлит, төрлө йәшелсә салаттары бирәләр. Уҡыусылар шулай уҡ бутҡа, итле былауҙы яратып ашай, - тип уртаҡлашты Артур. 

Мәктәп ашнаҡсылары һәм уҡытыусылар күҙәтеүенсә, кесе һәм өлкән класс уҡыусыларының теге йәки был аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөктәре айырыла. 1-4 кластар, мәҫәлән, ашап бөтөрмәһәләр, урта һәм өлкән класс уҡыусылары үҙҙәре артынан ғәҙәттә буш тәрилкәләр ҡалдыра.

- 16-сы мәктәп уҡыусыларының 80 проценттан ашыуы эҫе аш менән тәьмин ителә. Законға ярашлы башланғыс класс уҡыусылары бушлай туҡлана. Һаулыҡтары сикле,
инвалидлыҡтары булған, ауыр тормош хәлендә ҡалған, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүселәрҙең балалары шулай уҡ льготалар менән ҡуллана, - тип аңлатты директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Светлана Аникеева. – Беҙ мәктәптә асыҡ ишектәр көндәрен үткәрәбеҙ. Мәктәптең интернеттағы сайтында ла көндәлек меню менән танышырға мөмкин. Туҡланыу сифаты мониторингы даими үткәрелеп тора.

Буфетҡа ҡарағанда тәмлерәк

Балалар ашханала иртәнге һәм төшкө ашты ашарға теләй икән, тимәк, уларҙы бында тәмле ашаталар. Унынсы класта уҡыусы Тимофей Чуров ҡапҡылап алыуға ҡарағанда эҫе ашҡа өҫтөнлөк бирә.

- Беҙҙә меню бик төрлө: иҙелгән бәрәңге, туҡмас, бутҡалар. Бөгөн дә бик тәмле булды, әммә мин иң нығы тауыҡ итенән кәтлит яратам. Менюға үҙгәрештәр индермәҫ инем, миңә барыһы ла оҡшай, - ти уҡыусы.

Икенсе һәм өсөнсө класс уҡыусылары өҫтәлдәрендә тәрилкәләр төрлө тиҙлек менән бушай. Берәүҙәр иртәнге аш мәлендә класташтары менән һөйләшеп ултырһа, икенселәр былаулы тәрилкәне тиҙ генә бушатып та ҡуя. Уҡытыусылар аңлатыуынса, кесе класс уҡыусыларын беренсе дәрестән һуң ашаталар. Ҡайһы берәүҙәре иртән өйҙә ашап килә, шуға асығып өлгөрмәй.

Өсөнсө класс уҡыусыһы Эмир Ишморатов һәр саҡ ҙур теләк менән ашай. Хатта төшкө аштан да баш тартмаҫ инем, тип уртаҡлашты ул.

- Кәтлитле туҡмас – минең иң яратҡан аҙыҡ. “Дуҫлыҡ” бутҡаһы ла бик тәмле, - ти Эмир. – Мин аш та ашар инем, әммә иртәнсәк уны бешермәйҙәр.

Алиса Сизенко ла өсөнсө класта уҡый. Ул былау ашарға ярата, сөнки унда ите күп. Мәктәп менюһында емештәр булыуы ла уға оҡшай.

- Беҙгә йышыраҡ алма бирәләр. Ә мин банан да ашар инем. Биргән бөтә нәмәне лә ашап бөтөрәм. Тик миңә яратҡан һөтлө аш ҡына етмәй, - тип йылмая Алиса.

Ата-әсәләр һәм власть контроле аҫтында

Әлбиттә, һәр кемдең үҙ өҫтөнлөктәре була. Һәм улар тап бала саҡтан формалашыуы сер түгел. Шуға ла балаларҙың мәктәп эскәмйәһенән үк дөрөҫ һәм файҙалы туҡланырға өйрәнеүҙәре мөһим. Мәктәп аҙығы өйҙөкөнә оҡшарға тейеш. Ата-әсәләр менән йыш аралашыу – туҡланыу реформаһының мөһим бер өлөшө.

- Мин мәктәпкә бер нисә тапҡыр тикшереү менән килдем, бөтә аштарҙы ла тәмләп ҡарағаным бар, - ти ата-әсәләр комитеты ағзаһы Регина Дворова. – Миңә сырлы туҡмас оҡшаны. Сырын да йәлләмәй һалғандар. Әгәр ҙә үҙ бала сағымды иҫкә төшөрһәм, өҫтәлдәге бысраҡ ашъяулыҡтар, тәрилкәләр иҫкә төшә. Шуғамы икән улым белем алған мәктәп ашханаһында мин таҙалыҡҡа, тәрилкә һәм сынаяҡтарҙың торошона иғтибар иттем – барыһы ла яңы. Ашхана хеҙмәткәрҙәре бик ихлас. Балаға нимәлер етмәй ҡалһа, шунда уҡ һалып та бирәләр. Минең күҙәтеүҙәр буйынса, балаларға ашханала бары тик ваҡыт ҡына етмәй – айырыуса кесе класс уҡыусыларына.

Мәктәп туҡланыуы өлкәһендәге үҙгәрештәр әленән үк үҙ һөҙөмтәһен бирә: йылдан-йыл балаларҙан һәм ата-әсәләрҙән ялыуҙар кәмей, ә был өлкәләге республика тәжрибәһен илдә иң яҡшыларының береһе тип танығандар.

“Беҙ төбәктең барлыҡ социаль учреждениеларында – мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа туҡланыу сифатын контролдә тотоуҙы дауам итәбеҙ. 2024 йылда ғына 700-ҙән ашыу планға ярашлы һәм пландан тыш тикшереүҙәр үткәрҙек. Аҙыҡтүлеккә 3600-ҙән ашыу лаборатор тикшереү яһалды. Етешһеҙлектәр йылдан-йыл кәмей. 2024 йылда аш бешереү технологияларынан арыныу 12 проценттан 7 процентҡа тиклем кәмене. Дәүләт теркәлеүе тураһында таныҡлығы булған һәм балалар туҡланыуы өсөн тәғәйенләнгән тауарҙар һаны 223-тән 248-гә тиклем артты.

Социаль туҡланыу системаһына һөҙөмтәле эшкә әҙер булған намыҫлы предприятиелар килеүе мөһим”, - тип билдәләне 2025 йылдың башында Радий Хәбиров.


Автор фотолары.

Уҡыу ҙа, ашау ҙа үҙ ваҡытында
Уҡыу ҙа, ашау ҙа үҙ ваҡытында
Уҡыу ҙа, ашау ҙа үҙ ваҡытында
Уҡыу ҙа, ашау ҙа үҙ ваҡытында
Уҡыу ҙа, ашау ҙа үҙ ваҡытында
Уҡыу ҙа, ашау ҙа үҙ ваҡытында
Автор: Алёна Чернова
Читайте нас