Мәғариф
1 Сентябрь 2025, 04:00

Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм мәғариф ветерандары!

Һеҙҙе Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Ишембай районында 800-ҙән ашыу бәләкәстәр беренсе тапҡыр парта артына ултырасаҡ. Ә барлығы беҙҙең мәктәптәрҙә 10 меңдән артыҡ уҡыусы бар.

Уҡытыусыларға – һөнәри уңыштар, түҙемлек һәм рәхмәтле уҡыусылар, ата-әсәләргә - балалары өсөн ғорурлыҡ, барлыҡ уҡыусыларға һәм студенттарға ныҡышмалыҡ, яҡшы билдәләр һәм сағыу уңыштар теләйбеҙ.

Башланып торған уҡыу йылы барыһы өсөн дә емешле, уңышлы һәм хәүефһеҙ булһын!


Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас