Илебеҙҙең меңәрләгән мәктәптәрендәге кеүек, бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында ла Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы гөрләп үтте.
Быйыл 11-се класты барлығы 36 уҡыусы, 9 -сы класты 98 уҡыусы тамамлай.
Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы менән барыһын да гимназия директоры Ләлә Шәрипова, муниципаль район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге етәксеһе Гөлнур Ҡотлогилдина, мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Гөлнур Аҙнабаева ҡотланы.
- Ысынлап та уҡыу артта ҡалды, ҡәҙерле гимназистар. Алда һеҙҙең иң көсөргәнешле ваҡыт - имтихандар бирә торған осор. Һеҙгә уларҙы тырышып, матур итеп бирергә һәм ҡулығыҙға белем тураһындағы беренсе таныҡлыҡ алырға яҙһын, - тип өндәште Ләлә Зиннәтулла ҡыҙы. - Хөрмәтле ата-әсәләр, һеҙ беҙгә һәр саҡ ярҙам итеп тораһығыҙ, һеҙгә шуның өсөн ҙур рәхмәт!
Апай-ағайҙарына имтихардарҙа уңыштар теләргә кескәй беренселәрҙә килде.
Тантаналы рәүештә уҡыу алдынғылары, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар, төрлө өлкәләрҙә уңышҡа өлгәшеүселәр тәбрикләнде.
Байрамдан һуң гимназистар мәктәптең изге йолаһын атҡарып, Торатауға юл тотто. Изге тау итәгендә ант биргән йәштәргә рух ныҡлығы теләйбеҙ, еребеҙгә файҙалы, иманлы кешеләр булығыҙ!
Автор фотолары һәм видеоһы.