Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, балаларҙың сәхнә оҫталығын арттырыу, туған телдә фекерләү кимәлен үҫтереү маҡсатында "Ҡышҡы йәйғор" ижад бәйгеһе 7-се йыл рәттән үткәрелеп килә. Һәр йылды бәйге шарттарына ниндәй ҙә булһа үҙенсәлектәр өҫтәлә. Быйылғыһы "Әйтеш" жанры өҫтәлеп, номинациялар һаны етәү булып киткәйне. Бәйгелә көстәрен һынап ҡарарға теләүселәргә ҡолас ташлап ижад итергә мөмкинлек булды. Конкурсҡа 91 уҡыусынан 108 эш килгән. Улар, башлыса, Ғафури, Ишембай райондарындағы Красноусол башҡорт-гимназияһы, Ишембайҙың 2-се башҡорт гимназия-интернаты, Красноусолдың 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәренән. Сәйетбаба, Яугилде, Ташлы, Еҙемҡаран, Ҡауарҙы һәм Ишембайҙың кадеттар корпусынан, Маҡар мәктәбенән дә ҡатнашыусылар бар ине. Студенттар ҙа эштәрен тәҡдим иткән.
Шәхсән үҙем был конкурста өс йыл рәттән ҡатнашам. Быйыл ете номинацияла ла көс һынаштым. Тырышлығым бушҡа китмәне: бәйгенең төп бүләге - өлкән класс уҡыусылары араһындағы Гран-при яуланым! Бәләкәй кластар араһында бындай юғары баһаға Ғафури районы Сәйетбаба мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Ишмырҙина Розалия лайыҡ булды.
Халыҡ сәсәниәһе булдырған "АЛТЫН ҠӘЛӘМ" премияһы Сәйетбаба мәктәбенең 7- се класс уҡыусыһы Нәркәс Заһиҙуллинаға бирелде.
Бер ҡатнашыусы ла иғтибарһыҙ ҡалманы, һәр беребеҙгә кәңәш һүҙҙәре лә, маҡтауҙар ҙа тәтене байрамда. Бүләкле лә булдыҡ: Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы һәр бер ҡатнашыусыға 2023, 2024 йылғы конкурс эштәрен туплап төҙөлгән китап тапшырҙы. Шатлығыбыҙҙың сиге булманы: ижадсы өсөн үҙ әҫәрҙәре ингән китапты ҡулына алыуҙан да ҙурыраҡ шатлыҡ буламы ни?!
Барлыҡ бәйгеселәр исеменән Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы һәм Красноусол башҡорт гимназияһы директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙына ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Һәр йылды Гөлсөм Мөбәрәковна беҙҙе ихлас күңелдән ҡаршы ала һәм оҙатып ҡала. Ҡыҫҡа ғына арала беҙ уның әсәләргә хәстәрлеген, күңел йылылығын тойҙоҡ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының барыһы ла шулайҙыр ул! Сөнки мине ошо бәйгегә әҙерләгән уҡытыусым шағирә Ғәлиә Кәлимуллина ла тап уның һымаҡ. Йылылыҡ, матурлыҡ, ихласлыҡ, рух бөркөлөп тора уларҙан.
Матур бәйгенең төп инициаторы Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы Ҡотлоғилдина ғүмере буйы хисапсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ғына шиғырҙар яҙа башлай. Ижады тупланмаларҙа ла, үҙнәшер ысулы менән сыҡҡан китаптарында ла донъя күргән. 50-гә яҡын шиғыры, көй яҙылып, йырға әйләнгән. "Ғүмерем балҡышы" исемле йырҙар дискыһы сыҡҡан.
Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан ул үҙе лә ижади бәйгеләрҙә даими ҡатнаша. Тынғыһыҙ ижадсыға 2018 йылда Халыҡ сәсәне исеме бирелә, 2019 йылда "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы менән бүләкләнә. Районда ғына түгел, Башҡортостанда һәм унан ситтә лә билдәле сәсәниә ул.
Ошондай ижади бәйгеләр үткәреп, йәштәргә яҡшылыҡ, яҡтылыҡ өлгөһө булған, ҡыш көнө лә күңелдәребеҙҙә йәйғор балҡытҡан укытыусы-остаздарыма ижади уңыштар, талмаҫ ҡанаттар теләйем.