Шул уңайҙан Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы йылда "Сәләмәт туҡланыу марафонын" иғлан итә. Районыбыҙҙың Кинйәбулат ауылы мәктәбе лә был сараға әүҙем ҡушылып уҡыусылар менән төрлө саралар ойошторҙо. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Минегөл Марат ҡыҙы Ханнанова класс сәғәте үткәрҙе. Унда өлкән ашнаҡсы Лилиә Ришат ҡыҙы Мөхәмәҙиева ла ҡатнашты. Балалар төрлө викторина һорауҙарына яуап биреп, дөрөҫ туҡланыуҙың кеше организмы өсөн ни тиклем мөһим булыуын белде. Ошондай уҡ ҡыҙыҡлы әңгәмәне Әлфиә Ғаяз ҡыҙы Фаттахова 5-6 класс уҡыусылары менән уҙғарҙы.
Бөгөнгө көндә Кинйәбулат мәктәбе ашханаһында өлкән ашнаҡсы Лилиә Мөхәмәҙиева, интернат ашнаҡсыһы Ләйсән Хәйруллина, келәтсе Лилиә Нәбиуллина, ярҙамсы Зифа Фәттәхова эшләй. Улар - үҙ эшен яратып башҡарған, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр. Балаларҙың һаулығын бәләкәйҙән һаҡлар кәрәк, бында иһә дөрөҫ туҡланыу ҙа ҙур роль уйнай. Шуға ла ашнаҡсылар көндә мәктәп уҡыусыларын файҙалы, тәмле аштар менән һыйлай. Ә инде уңайлы эш өсөн бында бар шарттар ҙа булдырылған.
Фотолар Кинйәбулат мәктәбе архивынан.