Мәғариф
20 Февраль 2025, 12:00

Тәрбиәселәр бәйге тота

«Йыл педагогы» һөнәри оҫталыҡ конкурсы – йолаға әйләнгән ваҡиға. Уҙған йома 13-се «Аҡ ҡайын» балалар баҡсаһында был муниципаль сараның йомғаҡлау этабы үтте.

Тәрбиәселәр бәйге тотаТәрбиәселәр бәйге тота
Тәрбиәселәр бәйге тота

Конкурстың финалына алты балалар баҡсаһы – 14-се, 16-сы, 28-се, 30-сы, 34-се һәм Петровск ауылы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары сыҡты.

Финал өс этаптан торҙо: «Мин - тәрбиәсе» эссеһы, «Педагог оҫтаханаһы» һәм «Түңәрәк өҫтәл».

Сараның беренсе «Мин - тәрбиәсе» тип аталған этабында педагогтар үҙ иҫтәлектәре, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Үҙ хеҙмәтен ҡыҙыҡлы презентация формаһында тәҡдим иттеләр. Тап ошо өлөштә ни өсөн уларҙың педагог һөнәрен һайлауҙары асыҡланды.

Икенсе этап йәки «Педагог оҫтаханаһы» бик ҡыҙыҡлы үтте. Конкурста ҡатнашыусылар үҙ оҫталығын, тәрбиәләнеүселәр менән файҙалы саралар, дәрестәр ойоштороу методикаһын, тәжрибәһен күрһәтте.

Педагогтар «Түңәрәк өҫтәл»дә лә әүҙем ҡатнашты. Бында улар ата-әсәләр менән эшләү буйынса төрлө һорауҙар күтәрҙе, тәҡдимдәр индерҙе.

«Йыл педагогы» конкурсында һәр ҡатнашыусы үҙ эшен күрһәтергә тырышты, барлыҡ этаптарҙы лайыҡлы үтәп сыҡты.

Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡунаҡтарҙы, конкурста ҡатнашыусыларҙы үҙ сығыштары менән ҡыуандырҙы.

Һәр ҡатнашыусыға уңыштар теләп ҡалабыҙ.

 

Автор фотоһы.

Тәрбиәселәр бәйге тота
Тәрбиәселәр бәйге тота
Тәрбиәселәр бәйге тота
Тәрбиәселәр бәйге тота
Тәрбиәселәр бәйге тота
Тәрбиәселәр бәйге тота
Тәрбиәселәр бәйге тота
Тәрбиәселәр бәйге тота
Тәрбиәселәр бәйге тота
Автор:Эльвира КИНЙӘБАЕВА, 13-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас