Мәғариф
16 Февраль 2025, 09:00

Ауыл хәбәрҙәре

"Әлифба" байрамы ҡабатланмаҫ баласаҡ иленең иң шәп байрамдарының береһе ул! Ер йөҙөндәге кем генә булмаһын, ҡайҙа ғына эшләмәһен, ул ҙур тулҡынланыу менән үҙенең тәүге китабын - "Әлифбаны" ҡулға алғанын иҫкә төшөрә.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Маҡар ауылы мәктәбендә ошо көедәрҙә "Әлифба" байрамы үтте. 1 класс уҡыусылары уны ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды.

Байрамда уҡыусылар шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. "Йомро икмәк" әкиәтен заманса сәхнәләштерҙе.

Шулай уҡ байрамға "Әлифба", "Әҙәби уҡыу" һәм "Башҡорт теле" ҡунаҡҡа килде. Әсәй-өләсәйҙәр ҙә байрамдан ситтә ҡалманы.

Байрам бер тында һиҙелмәйсә үтте лә китте. Яңы ғына мәктәп ишеген асҡан беренселәр белем тауының тәүге баҫҡысына баҫты. Артабан да уларға уңыштар ғына теләйбеҙ!

 

Фото: https://vk.com/makar.school

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Маҡар ауылы мәктәбе.
Читайте нас