Мәғариф
26 Ғинуар 2025, 06:08

Маҡар уҡыусылары яугирҙарға туҡмас әҙерләне

24 ғинуар көндө бөтә республикабыҙҙа иғлан ителгән "Минең милли ризығым" флешмобына Маҡар ауылы мәктәбе уҡыусылары ла ихлас ҡушылды.  

Маҡар уҡыусылары яугирҙарға туҡмас әҙерләнеМаҡар уҡыусылары яугирҙарға туҡмас әҙерләне
Маҡар уҡыусылары яугирҙарға туҡмас әҙерләне

Мәртәбәле акцияның төп маҡсаттары: уҡыусыларҙа дөрөҫ һәм файҙалы туҡланыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, аш-һыу, милли аш-һыуҙарҙы әҙерләүгә өйрәтеү, сәләмәт тормош рәүешен алып барыу, үҙең йәшәгән төбәктең милли аш-һыуҙарын белеү генә түгел, ә шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтеү һәм уҡыусылар араһында патриотизмды нығытыу.

Флешмоб сиктәрендә уҡыусылар  туҡмас, һалма кеүек милли аштар әҙерләргә өйрәнде.  Саранан уҡыусылар ғына түгел, ауылыбыҙҙҙың абруйлы өлкән апайҙары ла ситтә ҡалманы. Улар балаларға үҙ теләктәрен еткерҙе.

Алдан әҙерләнгән ризыктарҙы “МХО-лағылар өсөн милли ризыҡ” тамғаһы менән махсус тартмаларға һалдылар, улар махсус хәрби операция зонаһына ебәреү өсөн гуманитар конвойга тапшырыласаҡ.

Уҡыусыларға флешмоб бик оҡшаны.

 

Фото: https://vk.com/makar.school

Маҡар уҡыусылары яугирҙарға туҡмас әҙерләне
Маҡар уҡыусылары яугирҙарға туҡмас әҙерләне
Маҡар уҡыусылары яугирҙарға туҡмас әҙерләне
Маҡар уҡыусылары яугирҙарға туҡмас әҙерләне
Автор:Маҡар ауылы мәктәбе.
Читайте нас