Мәғариф
10 Ғинуар 2025, 07:00

Ғаиләләр оҫталыҡта һәм етеҙлектә көс һынашты

Бына инде бишенсе йыл рәттән яңы йыл каникулдарында республикала Ғаилә уйындары ойошторола. Тәүҙә - мәктәп, унан - муниципаль, иң һуңынан финал уйындары үтә.

Ғаиләләр оҫталыҡта һәм етеҙлектә көс һынаштыҒаиләләр оҫталыҡта һәм етеҙлектә көс һынашты
Ғаиләләр оҫталыҡта һәм етеҙлектә көс һынашты

Ҡышҡы каникулдарҙа Маҡар ауылы мәктәбендә лә «Яңы йыл ғаилә уйындары - 2025» республика фестиваленең мәктәп этабы уҙҙы. Ғаиләләр кемуҙарҙан төрлө эстафеталарҙа көс һынашты: сәкән менән туп йөрөттө, ҡулса менән йүгерҙе. Ә инде ярыш артынан күҙәтеп тороусы көйәрмәндәр уларҙы дәртләндереп торҙо. Һөҙөмтәлә, Ильясовтар ғаиләһе еңеүгә лайыҡ булды. Улар юғары әҙерлек күрһәтеп, барлыҡ һынауҙарҙы ла еңел генә үтә алды. Ярышта шулай уҡ Әхмәровтар, Баймырҙиндар, Ирғәлиндар, Алтынбаевтар һәм Исхаҡовтар ғаиләләре сәмләнеп ҡатнашты.

Тап Ильясовтар ғинуарҙа Ишембайҙа үтәсәк фестивалдең муниципаль этабында Маҡар ауылы мәктәбе данын яҡлаясаҡ. Беҙ уларға уңыштар теләйбеҙ!

Әйткәндәй, Башҡортостанда 45 меңдән ашыу ғаилә Яңы йыл уйындарында ҡатнаша. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

 

Фото: https://vk.com/makar.school

Ғаиләләр оҫталыҡта һәм етеҙлектә көс һынашты
Ғаиләләр оҫталыҡта һәм етеҙлектә көс һынашты
Ғаиләләр оҫталыҡта һәм етеҙлектә көс һынашты
Ғаиләләр оҫталыҡта һәм етеҙлектә көс һынашты
Ғаиләләр оҫталыҡта һәм етеҙлектә көс һынашты
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас