Был йәһәттән муниципаль районда ла мәктәптәрҙә туҡланыу сифатын яҡшыртыуға бик күп иғтибар бирелә. Ишембай районының дөйөм белем биреү усаҡтарында - 10159, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 4756 бала иҫәпләнә. Уларҙа учреждение етәкселеге һәм ҡайнар аш-һыу менән туҡландырыу операторы тарафынан раҫланған берҙәм меню ҡаралған.
Мәғариф учреждениеларының рәсми сайтында ата-әсәләр барлыҡ мәғлүмәт ҡуйылып бара. Башланғыс класс уҡыусылары бушлай иртәнге аш менән тәьмин ителә(69,57 һум), һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләр, инвалидтар ике тапҡыр ашатыла (147, 59 һум).
Өлкән кластарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балалары бушлай туҡландырыла (76,36 һум). Һаулыҡ мөмкинлеге сикле һәм инвалид балалар шулай уҡ ике тапҡыр бушлай ашатыла (164,46 һум).
Интернатта йәшәүсе опекунлыҡҡа алынған балалар һәм йәтимдәр, һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләр һәм инвалидтар алты тапҡыр бушлай туҡландырыла.
Ашатыуҙы ойоштороу өсөн операторҙар менән килешеүҙәр төҙөлгән.
"Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау” " федераль программаһына ярашлы һуңғы ике йылда ҡалабыҙҙың 1-се гимназияһында, 12-се лицейҙа, 16-сы мәктәптә капиталь ремонт үткәрелде. Был учреждениеларҙа аҙыҡ-түлек блоктары заманса ҡоролмалар менән тәьмин ителде. Бөтә мәғариф учреждениеларында ла был блоктарҙың материаль-техник базаһын нығытыуға һәм ашнаҡсыларҙың хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән саралар күрелә.
Мәктәптәрҙә уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһында сәләмәт туҡланыуҙы популярлаштырыу маҡсатында ай һайын "Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу яҡлы" тип аталған асыҡ ишектәр көнө ойошторола. Һәр килгән ҡунаҡ ашхананың эшмәкәрлеге, документтар менән таныша, бирелгән аҙыҡты тәмләп, сифатын тикшерә ала. Шулай уҡ, «Башҡортостан тәме -2024» мәктәп йәрминкәһе, социологик һорау алыуҙар уҙғарыла.
Йыл һайын Бөтә донъя ашнаҡсылар көнө сиктәрендә "#Ашнаҡсы һөнәре - тәмле эш" акцияһы үткәрелә. Сәләмәт туҡланыу аҙналығы, видеороликтар конкурсы, «Минең милли аш-һыуым» флэшмобы, «Ғаиләлә кулинар йолалар» акциялары кеүек саралар даими ойошторола.
Ишембай районы муниципаль район хакимиәте башлығының 2024 йылдың ноябрендәге Постановлениеһына ярашлы хакимиәт белгестәре район мәктәптәренә сығып туҡланыу эшен ҡараны.
Шулай уҡ Роспотребнадзор, "Социаль туҡланыу идаралығы" органдары тарафынан планлы тикшереүҙәр үткәрелә. Квартал һайын аҙыҡтан лаборатор анализ алына.
Ишембай районының мәғариф идаралығы начальнигы Илшат Исмәғилев был йәһәттән эш бер ҡасан да туҡталмауын, һәр саҡ актуаль булыуын белдерҙе. "Мәктәп ашханаларында туҡландырыу эшен ойоштороу йәйгеһен үк башлана. Аҙыҡ-түлек блоктарын тәртипкә килтерәбеҙ, косметик ремонт яһайбыҙ, һауыт-һаба, һыуытҡыстар менән тәъмин итәбеҙ. Шулай уҡ, аутсорсинг ойошмалары менән осрашабыҙ. Ашнаҡсылар менән санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәү буйынса семинарҙар үткәрәбеҙ. Үҡыу йылы барышында ата-әсәләр өсөн асыҡ ишектәр көнө ойошторола. Һәр бер килгән ата-әсәнең теләктәре, тәҡдимдәре мотлаҡ иғтибарға алына. Ғөмүмән, был өлкәләге эшкә беҙ һәр саҡ етди һәм яуаплы ҡарайбыҙ", - тип белдерҙе.
Автор фотолары.