- Балалар үҙ нәҫел-быуынын белеп үҫергә тейеш, - тигән фекерҙә Лилиә Ринат ҡыҙы.
Оҫталыҡ дәресенә саҡырылған атай-әсәйҙәр балалары менән бергәләп үҙ ғаиләләренең шәжәрә ағасын төҙөнө. Бының өсөн улар өләсәй-олатайҙарының фотоларын алып килгәйне. Балалар өлкәндәргә был эштә бик ихлас ярҙамлашты. Һәр кем берҙәм эштән ҡәнәғәт ҡалды.