Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Декабрь , 11:00

Ауыл хәбәрҙәре

Әхмәр мәктәбендә үткәрелгән "Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!" сараһында иң уңған, йомарт, ижади күңелле, хисле, мөләйем әсәйҙәр ихлас теләк менән ҡатнашты.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Төрлө йәштәге күп балалы әсәйҙәр Гүзәл Аминова, Рәғиҙә Хәмиҙуллина, Лиана Сибогатова, Гөлфиә Таһирова, Зөлфиә Баймөхәмәтова уйындың һәр этабында ла тиҙ генә дөрөҫ яуаптар табып, сәмләнеп ярышты. Тарих, тел, әҙәбиәт, география өлкәһендә лә белемдәрен иҫкә төшөрҙө улар. Совет йәнүрәттәре йырҙарына ҡушылып йырланы, әкиәттәрҙе лә күп белеүҙәре менән дә таң ҡалдырҙы.

Йырға, бейеүгә, аш-һыуға оҫта әсәйҙәргә һоҡланып ултырҙы тамашасылар.

Был көндө бер әсәй ҙә бүләкһеҙ, сәскәһеҙ ҡалманы.

Доньяларҙың имен булыуын, балаларҙың әҙәпле булып үҫеүен, мәктәп менән һәр ваҡыт хеҙмәттәшлек итергә әҙер тороуҙарын белдереп таралышты әсәйҙәр.

 

Фото: https://vk.com/club209816556

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Әхмәр ауылы мәктәбе.
Читайте нас: