Мәғариф
29 Ноябрь 2024, 15:44

Бәйге тотто батырҙар

Ошо йома ҡаланың 3-сө мәктәбендә көрәш буйынса дүртенсе спартакиада этабы үтте.

Бәйге тотто батырҙарБәйге тотто батырҙар
Бәйге тотто батырҙар

Сараны асыу тантанаһында мәғариф идаралығы начальнигы Илшат Исмәғилев, Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Солтанморатов, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Руслан Йәлиев, сараның бығыусыһы - «Евро-Стандарт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Михаил Агуреев ҡатнашты.

- 3-сө мәктәптә өс йыл дауамында көрәш буйынса ярыш ойошторабыҙ. Был сара Ишембайҙа ҡасандыр һалынған йоланы артабан үҫтереү, нығытыу, - тип уртаҡлашты Салауат Ғәфүр улы. – Был бәйгене беҙ күберәк үҫмерҙәр араһында үткәрәбеҙ, артабан уларҙы республика кимәлендәге сараларға әҙерләйбеҙ. Көрәш балаларҙа, үҫмерҙәрҙә батырлыҡ рухын, илһөйәрлек тойғоһон, сыҙамлыҡ, яуаплылыҡ тәрбиәләй торған спорт төрө.

 

Автор фотолары.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас