Тәнәфескә ҡыңғырау яңғырау менән уҡыусылар фойела ҡуйылған маскировка селтәрҙәрен үрергә ашыға. Октябрь айында «Донбасс» ҡушаматлы яҡташыбыҙ уларға станок яһап биргән. Мәктәпкә оҫталар саҡырып, дөрөҫ итеп маскировка селтәрен үреү серҙәренә өйрәнгәндәр.
- Быға тиклем биште үреп тапшырҙыҡ инде. Уҡыусылар махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүҙәрен аңлай. Улар үргән селтәрҙәр ир-егеттәребеҙҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуын белә, шуға ла эште оло яуаплылыҡ менән башҡара. Был уларҙа илһөйәрлек тойғоһон ғына нығытып ҡалмай, ә хеҙмәткә оло һөйөү ҙә тәрбиәләй, - ти мәктәп директоры Ләйсән Әхмәтйәнова.
Материалдар өсөн аҡсаларҙы барлыҡ мәктәп коллективы, ата-әсәләр менән бергәләп йыйғандар. Селтәр үреүҙә атаәсәләр ҙә ихлас ҡатнашҡан.
- Дүртенсе тапҡыр маскировка селтәрен үреүҙә ҡатнашам. Бөгөнгө көндә минең атайым махсус хәрби операцияла. Һәр үргән селтәр атайымдың һәм уның яуҙаштарының ғүмерен һаҡлап ҡалһын, тип теләйем. Атайым менән ғорурланам. Ул ысын ир! Уларҙың барыһы ла тиҙерәк еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар ине, - ти 8-се класс уҡыусыһы Александр Митрофанов.
Фотолар мәктәп архивынан.