Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Ноябрь , 13:00

НУР СӘСӘ БЕҘҘЕҢ ГӨЛНУР!

Быйылғы көҙ ысын-ысыны менән шағирҙар яҙғанса, рәссамдар төшөргәнсә алтын көҙ булды. Ниңә әле күңел тигәнең ғүмер үтеүен көҙҙәр еткәс кенә ҡоштар тауышынан, аяҡ аҫтындағы япраҡтар ҡыштырлауынан, тирәйүндең тынып ҡалыуынан һиҙә лә абайламаҫтан һиҫкәнеп ҡуя. Шағир әйтмешләй, “Ах, беҙгә лә еттеме ни, Себеште һанар саҡтар?”

НУР СӘСӘ БЕҘҘЕҢ ГӨЛНУР!
НУР СӘСӘ БЕҘҘЕҢ ГӨЛНУР!

Тәбиғәттә һис һуңлау булмаған кеүек, кеше ғүмеренең дә емешле көҙө етә. Һүҙем тормошоноң матур үренә еткән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнабаева хаҡында. Үҙ ғүмерендә бер һөнәр һайлап, бөгөнгө көнгә тиклем уҡыу-уҡытыу эшенә тоғро ҡалған, ярты быуат хеҙмәт иткән, беҙҙең төбәктә генә түгел, бөтә республикаға билдәле булған ысын мәғәнәһендә остаз, уҡытыусы-методист ул.

Бала сағы, мәктәп йылдары Этҡол ауылында үтә. Яңғыҙы ғына ҡыҙын үҫтергән Миңлебикә апайҙың ҡул араһына иртә керә Гөлнур. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ уның ойоштороу һәләте асыла, бер эштән дә ҡурҡып тормауы тәүәккәллеген, ҡыйыулығын күрһәтә. Илдең ялҡынлы саҡырыуына яуап итеп, уларҙың класы колхоз фермаһына кем һауынсы, кем малсы булып эшкә урынлаша. Өҫ-башын бер аҙ йүнәткәс, тағы ла үргәрәк ынтыла ҡыҙ. Үҙен уҡытҡан абруйлы уҡытыусыларының фатихаһы менән Стәрлетамаҡ пединститутының филология факультетына уҡырға инә. Ғәмһеҙ, күңелле студент йылдары ла Гөлнур алдына һынауҙарын ҡуйып тора. Шул йылдарҙа ғаиләле, уллы булыуы иңенә өҫтәмә бурыстар ҡуя, мәшәҡәттәр тыуҙыра. Әммә ул уҡыуын ташламай, киреһенсә, яҡшыраҡ уҡырға, һәр эштә алдынғы булып, күптәргә өлгө күрһәтеп, был һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтергә тырыша. Уҡып ҡына йөрөмәй ул. Улы, әсәһе янына йышыраҡ ҡайтыу, уларҙы күстәнәстәр менән һөйөндөрөү  өсөн өҫтәмә эш тә ала. Кистәрен төрлө учреждениеларҙа иҙән йыуыуҙан да тартынып тормай.

Бәхеткә ҡаршы, ҡыҙының «емешле көҙөн» күреп, уның уңыштарына һөйөнөп, хәстәренә төрөнөп йәшәне Миңлебикә апай. Һуңғы һулышын алғанда ла берҙәнбере эргәһендә булды. Гөлнурҙың килер йылдары әсәй ризалығы, әсәй рәхмәте менән үткәнгә уңышлы һәм емешле. Бөгөн ул йәштәрҙең генә түгел, бөтә башҡорт теле уҡытыусыларының тәжрибәле етәксеһе, уларҙың һәр башланғысына йүнәлеш биреүсе, күтәреп алып байытыусы, яңы бейеклектәр яуларға ярҙам итеүсе, күңелен үҫтереүсе оло йөрәкле эскерһеҙ дуҫ та, хеҙмәттәш тә. Ишембай еренән башлап үҙе юл һалған “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә күпме уҡытыусы Гран-при яуланы, күпмеһе финалға сыҡты! Был күрһәткестәр - Гөлнур Шамил ҡыҙының да уңышы.

Гөлнур мәктәптә лә, Стәрлетамаҡ пединститутында уҡығанда ла гел алдынғылар рәтендә була, төркөм старостаһы тигән яуаплы вазифаһы һәр башланғыстың уртаһында ҡайнарға, йәштәрсә етеҙлек, дәрт, яуаплылыҡ тойоп эшләргә өйрәтә. Бар һәләтен, белемен балалар уҡытыуға бағышлай ул. Мәктәптә эшләгән йылдары тәжрибә туплау ғына түгел, ә үҙ методикаһын эҙләү, бала күңеленә асҡыс табыу юлдарын, уҡытыу серен асыу йылдары ла була. Уҡытыу менән ғилми эште бергә алып барған уҡытыусы-ғалим ул. Кандидатлыҡ диссертацияһын Мәскәү ҡалаһында яҡлап, педагогия фәндәре кандидаты тигән исемде лайыҡлы һәм хаҡлы күтәреп йөрөй.

Тормош ығы-зығыһынан, ҡала шауынан арып-талып киткәндә тимер арғымағына атлана ла әсәй йортона елдерә ул. Улының, үҙенең тырышлығы менән ялт итеп торған яңы өйҙөң ишек алдындағы бәпкә үләндәре өҫтөнән бер үтеүе, Ҡыҙҙар тауы битләүенә менеп, күкрәк тултырып һауаһын һулауы йәшәргә көс, дәрт-дарман бирә уға. Себер тарафтарында эшләп йөрөгән улы, килене, ейән-ейәнсәрҙәре, хәҙер инде бүләсәренең дә бар булыуы уның тормошон тағы ла маҡсатлыраҡ, мәғәнәлерәк итә. Ә Гөлнурҙың моңо! Башҡорт халыҡ йырҙарына булған һөйөүе, уның башҡарыуындағы оҙон көйҙәр күптәрҙе әсир итә, һоҡландыра. Үҙенә генә хас моң, оҫталыҡ, йылылыҡ менән башҡара ул был йырҙарҙы. Күпме йыр конкурстарында маҡтаулы урындар алып тамашасы һөйөүен яуланы ул.

Тағы ла әллә күпме күңел талабына ауаздаш булған һөнәрҙәрен әйтергә булыр ине. Гөлнур Шамил ҡыҙы бик оҫта шашка, шахмат та уйнай, саңғы ярыштарында ҡатнаша. Республика кимәлендәге ярыштарҙа спорттың был төрҙәре буйынса призлы урындар яулай, разрядтары бар. Үҙе йырҙар ижад итә: һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙа.

Ул сәсмә әҫәрҙәр яҙыу буйынса ла ҡәләмен һынап ҡарай. Уның “Фортуна” тигән хикәйәһе төрки телле әҙәбиәтселәр араһында 1-се урын алды, “Ағиҙел” журналында баҫылып сыҡты. “Күңел түрендәге хикәйәттәр” тигән китабы баҫмаға әҙер һәм уның сигнал экземплярын ҡулына алып һөйөндө лә инде. Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнабаева бөгөн дә, ең һыҙғанып, арыу-талыу белмәй, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү юҫығында тир түгә. Ул Ишембай ҡалаһы һәм районы мәғариф бүлегендә туған телдәр буйынса методист булып эшләй.

Бер аҡыл эйәһенән һорайҙар икән:

- Бәхетте оҙаҡ көтөргәме?

Аҡыл эйәһе былай ти:

- Эй-й, көтөүгә генә ҡалһа, би-и-ик оҙаҡ. Әйҙәгеҙ, бәхетте көтмәй, үҙ ҡулдары менән тыуҙырғандарҙы данлайыҡ! 

Шулай үҙ көсө, үҙ ҡулдары һәм һәләте менән тыуҙыра был бәхетте мөғәллимә, Ишембайҙың данлы ҡыҙы Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнабаева.

Автор:Әнисә СӨЙӘРҒОЛОВА, Ишембай ҡалаһы, 12-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: