Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Октябрь , 12:00

Маҡар мәктәбе уҡыусылары милли кейем менән ҡыҙыҡһына

Борон-борондан башҡорт халҡы биҙәү әйберҙәренә ныҡ иғтибар иткән. Һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында ҡашмау, селтәр, һаҡал һәм башҡа биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһыныусылар артты.

Маҡар мәктәбе уҡыусылары милли кейем менән ҡыҙыҡһына
Маҡар мәктәбе уҡыусылары милли кейем менән ҡыҙыҡһына
Республика көнөнә бағышлап Маҡар урта мәктәбендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеменә оҡшатып, футболкаларға селтәр эшләү буйынса уҡыусылар менән оҫталыҡ дәресе уҙғарылды.
 
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.Г.Мөхйәнова түшелдеректең тарихы һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тормошонда уның әһәмиәте тураһында һөйләне. Бөгөнгө көндә иһә стилләштерелгән селтәрҙәр киң урын ала. Артабан хаҡлы ялда булыусы китапханасылар С.Г.Ибатуллина һәм З.З.Таһирова милли биҙәүесте яһау нескәлектәрен өйрәтте.
 
Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусы уҡыусылар боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яратҡан шөғөлө булған эшкә ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм теләк менән тотондо. Һәр кем үҙе менән килтергән футболкаларға һүрәттәр төшөрҙө. Шуныһы ҡыуандыра, был шөғөл йәш быуынды ла ҡыҙыҡһындыра. Тик күҙҙең яуын алырҙай селтәрҙе баҫып эшләү, белеүегеҙсә, түҙемлек һәм ныҡышмалылыҡ талап итә. Бындай осрашыуҙар тағы буласаҡ әле, сөнки бер ултырыуҙа ғына барыһына ла өйрәнергә мөмкин түгел.
 
Уҡыусылар мәктәпкә килеп файҙалы оҫталыҡ дәресе күрһәтеүсе апайҙарға ҙур рәхмәттәрен белдерҙеләр.
 
 
Фото: https://vk.com/makar.school
Маҡар мәктәбе уҡыусылары милли кейем менән ҡыҙыҡһына
Маҡар мәктәбе уҡыусылары милли кейем менән ҡыҙыҡһына
Маҡар мәктәбе уҡыусылары милли кейем менән ҡыҙыҡһына
Маҡар мәктәбе уҡыусылары милли кейем менән ҡыҙыҡһына
Маҡар мәктәбе уҡыусылары милли кейем менән ҡыҙыҡһына
Маҡар мәктәбе уҡыусылары милли кейем менән ҡыҙыҡһына
Маҡар мәктәбе уҡыусылары милли кейем менән ҡыҙыҡһына
Автор:Маҡар ауылы мәктәбе.
Читайте нас: