Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь , 11:00

Педагог - ул һөнәр ҙә, хеҙмәт тә

«Бала саҡтан уҡытыусы, балаларҙы алға әйҙәүсе кеше булырға хыялландым», - ти Рәсәй Геройы А.Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусы уҡытыусыһы Лилиә Шәңгәрәева.

Педагог - ул һөнәр ҙә, хеҙмәт тә
Педагог - ул һөнәр ҙә, хеҙмәт тә

- Тел, музыка менән мауыҡҡан кешеләр бар, ә кемдер көнө-төнө тәгәрмәстәр, поршендәр, һүтелгән двигателдәр менән ултыра. Йөрәгебеҙгә ҡолаҡ һалыу һәм һөнәребеҙ генә түгел, ә булмышыбыҙ булырға тейешле эште һайлағанда хаталанмау бик мөһим. Минең бурысым – уҡытыусылыҡ итеү. Мөғәллимә булырға мин мәктәптә үк хәл иттем. 1-се гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Николаевна Александрова минең өсөн һөнәри оҫталыҡ эталоны булды. Ул бик талапсан педагог ине. Шул уҡ ваҡытта беҙ уны бик ихтирам  иттек. Ул миндә ошо һөнәргә һөйөү уятты, - ти Лилиә Динарит ҡыҙы.

Лилиә Шәңгәрәева 1-се гимназияны тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Үҙе теләгәнсә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының рус теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле уҡытыусыһы һөнәренә уҡырға инә. Студент йылдарында төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, профсоюз, студенттар советы ағзаһы була, бейеү менән шөғөлләнә. Бишенсе курста Рәсәй Геройы А.В. Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округындағы Башҡорт кадет корпусының уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Гөлсөм Мәмбәтҡолова йәш ҡыҙға, диплом алғандан һуң, уларға рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә урынлашырға саҡыра. Йәш белгес, әлбиттә, ризалаша.

- Кадет корпусына килгәндә, унда ремонт эштәре тамамланған осор ине. Уҡытыусыға дәресте матур итеп үткәреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылғайны. Мин өлкән класс уҡыусыларын рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам, уларҙы берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләйем, - ти йәш белгес.

Лилиә Динарит ҡыҙы уҙғарылған төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша, хеҙмәттәштәренән дә күп нәмәләргә өйрәнә. Уҡыта башлағандың икенсе йылында ул “Йәш уҡытыусы-2018” конкурсының муниципаль этабы призеры була. Ике йылдан, ошо уҡ сарала яңынан ҡатнашып, еңеү яулай һәм “Йәш уҡытыусы-2020” бәйгеһенең төбәк этабында муниципалитет исеменән сығыш яһай. Унда ул конкурс лауреаты тип билдәләнә. Шул уҡ йылда Лилиә Шәңгәрәева республика Башлығы Радий Хәбировтың премияһын ала. Шулай уҡ ул туған телдәр, шул иҫәптән рус теле уҡытыусыларының аҡсалата премияһына лайыҡ була. Шул йылдың көҙөндә йәш белгес Мәскәүҙә үткән Халыҡ-ара туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ дәресендә ситтән тороп уҡыу этабында ҡатнашып еңеүсе була. Һәм ноябрҙә Гөлсөм Ҡәҙим ҡыҙы менән улар Мәскәүгә икенсе этапҡа юллана. Йәш белгес республика исеменән сығыш яһай. Ул үҙенең сығышы, тыуған төйәге тураһында һөйләй. Был сәфәр Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған коллегалар менән танышырға, уларҙың эш тәжрибәһен үҙләштерергә мөмкинлек бирә. Лилиә Динарит ҡыҙы уларҙың ҡайһы берҙәре менән бөгөнгө көндә лә аралаша. Шулай уҡ ул театр түңәрәгенең етәксеһе булып тора, балалар менән төрлө ижади саралар ойоштора.

- Барыһы ла мөхәббәттән башлана. Унһыҙ балалар менән уртаҡ тел табып булмай. Әйткәндәй, кадеттар менән эшләүе бик ҡыҙыҡ. Уларҙың фекерләү рәүеше бөтөнләй башҡа. Беҙгә, ҡатын-ҡыҙ затына, бындай сифат ҡайһы саҡ таныш түгел, әммә бик ҡыҙыҡлы. Кадеттар уҡытыусылар менән тәүлек әйләнәһенә аралаша, беҙ ҙур татыу ғаилә кеүек. Уҡыусыларым менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдырырға теләйем. Егеттәр менән күп аралашам, улар өсөн дуҫ булырға тырышам. Шуныһы ҡыуаныслы: сығарылыш уҡыусыларым беҙҙе онотмай, даими килеп тора. Хәҙер уларҙың күбеһе хәрби училищены тамамлаған һәм махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Беҙ улар менән ваҡыты-ваҡыты менән шылтыратышып, күрешәбеҙ. Улар кадет корпусына рәхмәт һүҙҙәрен әйтә, был беҙҙең өсөн бик мөһим, - ти Лилиә Динарит ҡыҙы.

Лилиә Динарит ҡыҙы төп эшенән тыш, онлайн-мәктәптә лә эшләй, рус теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр бирә. Шулай уҡ Wildberries интернет селтәрендә һатыусы, эпоксид ыҫмалаһынан биҙәүестәр ҙә әҙерләй.


Фото Лилиә Шәңгәрәеваның шәхси архивынан. 

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: