Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәмил Абдуллин мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләп, түш билдәләре, маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә Сәлих ауылы мәктәбенән Айһылыу Мөхәмәҙуллина лайыҡ булды.
- Мин мәғариф өлкәһендә утыҙ йылға яҡын эшләйем. Хеҙмәт юлымды 1995 йылда Сәлих мәктәбендә башланым. Музыка, хеҙмәт уҡытыусыһы, пионерҙар ойошмаһы етәксеһе, китапханасы һөнәрҙәренән башҡарып, артабан тейешле юғары белем алып, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй башланым. Балалар менән эшләү – минең булмышым. Тәүҙә музыка уғытыусыһы булып эшләгәнгә күрәме икән, мин уларҙың күңелен, уйҙарын тоям, һиҙеп торам, шуға ла улар менән дуҫтарса аралашам, - тип уртаҡлашты Айһылыу Юныс ҡыҙы.
Автор фотолары һәм видеоһы.