Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь , 13:00

Гимназия йәнә үҙ ишектәрен асты

Бөгөн ҡалабыҙҙың 1-се гимназия майҙансығында тәүге ҡыңғырау яңғыраны.

Гимназия йәнә үҙ ишектәрен асты
Гимназия йәнә үҙ ишектәрен асты

Был байрам һәр ваҡыт тулҡынландырғыс, бигерәк тә тәүге тапҡыр парта артына ултырыусылар өсөн.

Балаларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, 1-се гимназия директоры, муниципаль район Советы рәйесе Галина Баканова һәм башҡа ҡунаҡтар ҡотланы. Улар белем донъяһына яҡты юл теләп, уҡыусыларға бик күп йылы һүҙҙәр әйтте.

- Уҡыусыларыбыҙҙы сәләмләйбеҙ, бында алған белемдәр балаларға киләсәк тормошта кәрәк булыр, тип ышанам. Был уҡыу йылында һеҙҙе бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр көтә, тип уйлайым. Уңыштар теләйем, байрам менән! - тип мөрәжәғәт итте йыйылыусыларға Азамат Фәрит улы.

Буласаҡ сығарылыш уҡыусылары 1-се кластарға еңеллек һәм изге теләктәрҙе үтәү символы булараҡ ҡағыҙ самолеттар бүләк итте. Беренселәр иһә белем көнөнә махсус өйрәнгән хисле шиғырҙарҙы уҡыны.

 

Автор фотолары.

Гимназия йәнә үҙ ишектәрен асты
Гимназия йәнә үҙ ишектәрен асты
Гимназия йәнә үҙ ишектәрен асты
Гимназия йәнә үҙ ишектәрен асты
Гимназия йәнә үҙ ишектәрен асты
Гимназия йәнә үҙ ишектәрен асты
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: