Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Август , 19:00

Уҡыусылар өсөн коворкинг

Республика ярҙамы нисек итеп урындағы мәғариф системаһы үҫешенә булышлыҡ итә?

Уҡыусылар өсөн коворкинг
Уҡыусылар өсөн коворкинг
Бөгөн Башҡортостанда заманса белем биреү технологиялары әүҙем индерелә: һанлы әсбаптар, интерактив таҡталар, «болот» сервистары һәм башҡа инновациялар.
Белем биреүҙең һанлы трансформация үҙәген ойоштороуға ла ҙур иғтибар бирелә. Уның нигеҙендә белем биреүҙең бөтә төрөн сифатлы тәьмин итеү өсөн ойоштороу-идаралыҡ, методик һәм эксперт эшмәкәрлек алып барыласаҡ.
 
Әлеге мәлдә Ишембайҙа ошо стра-тегияның бер өлөшө башҡарыла. Был турала тулыраҡ.

Киләсәк мәктәбе - бөгөндән
 
Яндекс Лицей, Балаларға һанлы белем биреү үҙәге, мәктәптең перспективалы үҫеш программаһы – заманса белем биреүҙең ошо йүнәлештәре Советтар Союзы Геройы Андрей Рябов исемендәге 11-се мәктәп нигеҙендә ғәмәлгә индерелә.

2022 йылда уҡыу йортоноң бинаһы 1983 йылдан алып беренсе тапҡыр капиталь ремонтланды. Реконструкция сиктәрендә яңы бүлмәләр барлыҡҡа килде. Осрашыуҙар һәм лекциялар ойоштороу өсөн коворкинг асылды, ә бинаның бер өлөшө «IT-куб» балаларға һанлы белем биреү үҙәгенә әүерелде.

«IT-куб»-тың заманса матди-техник базаһы балаларға роботтарға программа һалырға өйрәнергә, тулыландырылған ысынбарлыҡ ҡушымталарын эшләргә, мәғлүмәти хәүефһеҙлек тураһында күберәк белергә мөмкинлек бирә.

- Үҙәктә уҡытыу алты йүнәлеш буйынса алып барыла. Был – символик рәүештә, сөнки кубтың да алты ҡыры бар, - тип уртаҡлашты үҙәк етәксеһе Тимур Мырҙабаев. – Уҡыусылар программа төҙөүҙең ике телен, робототехниканы, алгоритмика һәм логика нигеҙҙәрен, кибергигиенаны, ҙур мәғлүмәти эште, 3D-модель яһауҙы өйрәнә. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә IT- «йондоҙҙар»ыбыҙ барлыҡҡа килеүе менән бик ғорурбыҙ, улар төрлө профилле конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай.

- «IT-куб»-та 4-се кластан алып ике йыл шөғөлләнәм. Тәүге йылдан уҡ олимпиадаларҙа ҡатнаша башланым. Ауыр ине, ләкин мин ныҡ тырыштым һәм призлы урын яуланым, - тине 11-се мәктәп уҡыусыһы Илнар Юнысов. – Дәрестәрҙә беҙ ҡалалар, космос, планетабыҙ тураһында төрлө уйындар һәм анимация төҙөргә өйрәнәбеҙ. Был эш бик күңелле һәм ҡыҙыҡлы!

Балалар («IT-куб»-та башҡа мәктәп уҡыусылары ла шөғөлләнә ала) яҡшы база үҙләштерә – ул киләсәктә юғары квалификациялы белгес булырға ярҙам итәсәк.
Башҡортостанда бындай үҙәктәр – туғыҙ. Улар «Мәғариф» милли проектының «Һанлы белем биреү мөхите» федераль проекты сиктәрендә федераль бюджет иҫәбенә асылған.

Был проектты ғәмәлгә индереү һөҙөмтәләре буйынса республикала 2019 йылдан 2023 йылға тиклем 650 белем биреү ойошмалары һанлы ҡорамал комплекттары менән тәьмин ителгән, 665 «Үҫеш нөктәһе» белем биреү үҙәге, туғыҙ «IT-куб» балаларға һанлы белем биреү үҙәге, өс «Кванториум» балалар технопаркы асылған, ике мобиль технопаркы алынған.
 
«Беҙ барлыҡ мәктәптәрҙе тиерлек модернизациялау маҡсатын ҡуябыҙ. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн күберәк уңайлы шарттар булдырырға ынтыласаҡбыҙ», - тип белдереп үткәйне 2022 йылда Туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының III төбәк-ара форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Һөнәрмән булырға өйрәтәләр

2021 йылдан 11-се мәктәптә «Һөнәри йүнәлеш биреү триадаһы – мәктәп-урта һөнәри белем биреү, уҡыу йорто – предприятие» перспективалы үҫеш программаһы эшләп килә. Уҡыусылар беренсе кластан уҡ һөнәрҙәр тураһында беләсәк. Дәрестәргә ата-әсәләр килеп, үҙенең эше, хеҙмәте тураһында һөйләй. Шулай уҡ уҡыусылар төрлө предприятиеларға экскурсияларға йөрөй. Мәҫәлән, балалар «Витязь» һәм «НЕФАЗ» машиналар эшләү заводтарында ҡунаҡта йыш була.

Уҡыусылар һөнәри йүнәлеш буйынса психологик диагностиканы даими үтеп тора, вакансиялар йәрминкәһенә һәм уҡыу йорттарында үткән «асыҡ ишектәр»гә әүҙем йөрөй. Былар барыһы ла балаларға киләсәккә үҙ карьераһын хәстәрләү мөмкинлеген бирә.

Быларҙан тыш, мәктәп биш йыл дауамында Яндекс Лицей проектының федераль майҙансығы булып тора.

- 2019 йылдан беҙҙә технологик йүнәлеш буйынса өҫтәмә белем биреү проекты эшләп килә. Яндекс Лицейҙа программа төҙөү телдәренә һәм IT-һөнәрҙәргә өйрәтәләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, хәҙергә заманда кәрәк булған белемде бирәбеҙ, - тип уртаҡлашты 11-се мәктәп директоры Наталия Михеева. – Бында бөтәһе лә етди эшләнелә: уҡыусылар имтихан бирә, әңгәмә үтә. Уҡыу барышында балаларҙың рейтингы күҙәтелә, программаны тамамлағандан һуң сертификат тапшырыла. Ул юғары уҡыу йортона ингән саҡта һәм портфолио өсөн кәрәк буласаҡ. Беҙҙең майҙансыҡҡа балалар Ишембайҙан ғына түгел, күрше ҡалаларҙан да йөрөй ала.

Исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ

2020 йылда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан 11-се мәктәпкә Советтар Союзы Геройы Андрей Федорович Рябовтың исеме бирелә. Башҡортостанда ошо юбилей айҡанлы 75 белем биреү учреждениеһы фронтовиктар исемен ала.

- Беҙ Еңеүҙең 75 йыллығына арналған республика конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яуланыҡ. Шулай итеп, мәктәпкә беҙ ғорурланған Герой исеме бирелде, - тине директор. – Ошо еңеүҙән һуң беҙ Андрей Рябов музейын ойоштороуға 100 мең күләмендә грант алдыҡ. Хәҙер яҡташыбыҙ тормошо тураһында тулы мәғлүмәт биреү мөмкинлеге бар. Музейҙа уның тураһында һөйләгән экспонаттар ғына түгел, ә һуғыштың ысын артефакттары урын алған. Уларҙы уҡыусыларыбыҙ Рәсәй эҙәрмәндәре менән бергә тапҡан.

11-се мәктәп нигеҙендә ойошторолған эҙәрмәндәр хәрәкәте отряды йыл һайын Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яуҙар барған урындарға сыға. Балалар уҡытыусылар менән берлектә «Вороново» тигән яу яланында ике тапҡыр эҙләнеү эштәре алып барған.

Мәктәптә патриотик тәрбиәгә лә ҙур иғтибар бирелә, унда Юнармия отряды ойошторолған. Быйыл өлкән класс уҡыусыһы Павел Качагин Юнармия хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн миҙал менән бүләкләнгән.

- Беҙҙең уҡыусылар һуғышта ҡат-нашыусыларҙың онотолған ҡәберҙәрен тәрбиәләргә ярҙам итә. Һәр байрам алдынан «Туғандар ҡәбере» мемориалында өмөләр үткәрәбеҙ, - тип һүҙгә ҡушыла директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Светлана Милушкина. – Шулай уҡ балалар йыл һайын фәнни-тикшеренеү эштәрендә, «Георгий таҫмаһы» акцияһында ҡатнаша, «Хәтер вахта»һын намыҫ менән үтәй.

Яңыртылған мәктәптәр – яңы мөмкинлектәр

11-се мәктәп менән бер осорҙа муниципаль райондың тағы биш белем биреү учреждениеһы капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. Республика етәкселеге ремонтҡа заявкалар биреү процесын шәхсән контролдә тотҡаны өсөн, Башҡортостан ошо йүнәлешкә федераль финанслауҙы йәлеп итеү буйынса алдынғылар рәтенә сыҡты.

- Капиталь ремонт мәктәптәргә заманса форматта алға табан барырға ярҙам итә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды 1-се гимназия директоры Галина Баканова. – Беҙҙә ремонт былтыр тамамланды, яңыртылған мәктәптә бер урында торорға теләмәйбеҙ. Яңы маҡсатыбыҙ – балаларға тәбиғи-фәнни белем биргән лабораторияларҙы яңыртыу. Шулай уҡ инженерлыҡ йүнәлешен үҫтерәсәкбеҙ. Быға грантлы конкурстарҙа ҡатнашыу булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.

2022-2023 йылдарҙа дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу федераль программаһы сиктәрендә 140 мәктәптең (37,6 мең бала өсөн) бинаһы ремонтланған. Быйыл тағы алты мәктәп бинаһы ҡабул ителәсәк. Планда – 2025 йылда һигеҙ мәктәпте һәм 2026 йылда 25 мәктәпте ремонтлау.

- Алда эштәр күп әле. Мөһим бурыстарҙың береһе – 31 мәктәпте Президент программаһы буйынса капиталь ремонтлау, уның алтыһын 2024 йылда тамамлайбыҙ һәм 25-һен киләһе йылда. Шул уҡ ваҡытта быйылғы йылда һигеҙ мәктәпте (9000 меңгә яҡын урын) сафҡа индерергә планлаштырабыҙ – уларҙы «Мәғариф» милли проекты буйынса төҙөйбөҙ, - тип яҙып үтте республика Башлығы Радий Хәбиров 27 июлдә үҙ сәхифәһендә.
 


Фото 11-се мәктәп архивынан.
Уҡыусылар өсөн коворкинг
Уҡыусылар өсөн коворкинг
Уҡыусылар өсөн коворкинг
Автор:Елена Алексеева
Читайте нас: