Сараның маҡсаты: балаларға сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында мәғлүмәт биреү, үҙ ғүмерең өсөн яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләү.
Уҡыусылар менән әңгәмә уйындан башланды, сара барышында, наркотик матдәләр менән ҡыҙыҡһынып ҡарауҙар ғына ла ҡурҡыныс һөҙөмтәләргә килтерә, тигән төшөнсә һалынды.
Артабан балалар «мейе штурмы» һорауҙарына яҙма рәүештә яуап бирҙе, наркотик матдәләр тураһында видеороликтар ҡараны. Сара аҙағында улар «Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!» темаһына һүрәттәр төшөрҙө.