Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Март , 12:00

Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында “I Шайморатов уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Унда Ишембай районы мәктәптәренән 30-ға яҡын уҡыусы ҡатнашты һәм үҙҙәренең төрлө тикшеренеү эштәре менән батырыбыҙҙың хәтерен мәңгеләштереү өсөн тос өлөш индерҙе.

Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте

Конференция Ишембай районы муниципаль районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм муниципаль райондың мәғәриф идаралығы менән берлектә үткәрелде.

Сара Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында асылған ике “Шайморатов класы” уҡыусыларының дәрестән тыш уҡыу планына ярашлы ойошторолған түңәрәктәрҙең эше менән таныштырыуҙан башланды. Гимназия уҡыусыларының туған телдә ялҡынлы телмәр тотоп, ҡунаҡтарҙы ихлас хөрмәт менән ҡаршылауы бик йылы ҡабул ителде. Конференцияның тамаша залындағы сәләмләү өлөшөн тарихи күренеш -112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ойошторолоу һәм һуғышҡа китеү мәле асып ебәрҙе. Миңлеғәле Шайморатов, Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған һалдаттар ролендә гимназияның 9а класс егеттәре ҡатнашты.

Кәңәшмәлә мәғариф идаралығы начальнигы Илшат Исмәғилев, тарих фәндәре кандидаты Марат Тикеев, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты доценты Рита Фәтҡуллина, муниципаль райондың үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Айгөл Ҡәҙерғолова, Ишембай районы муниципаль районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Салауат Солтанморатов, мәғариф идаралығының методик оҙатыу бүлеге мөдире Алһыу Мәҡсүдова, мәғариф бүлеге методисы Гөлнур Аҙнабаева ҡатнашты. Барлығы алты секция эшләне: «Тоғролоҡ. Батырлыҡ. Бурыс” уҡыусылар ижады, «Бөйөк Еңеү тарихын яҙыусылар», «Бер фотоһүрәт тарихы», «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙ», «Башҡорт кавалерияһы дивизияһының тарихын инглиз теленә тәржемә итеүсе телһөйәрҙәр», «Ишембай районының тәбиғәтенә һәм мәҙәни мираҫына арналған тикшеренеүҙәр». Уларҙың атамаларынан да фәнни-эҙләнеү эштәренең йөкмәткеһен, тәрәнлеген күҙалларға була.

- Бындай сараларҙың әһәмиәте ҙур. Бөгөнгө кәңәшмәгә килгәндә, уҡыусыларҙың ижадында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында район халҡының нисек ҡатнашыуы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың тотҡан урыны, шул уҡ ваҡытта тыуған илебеҙҙең тарихы һәм уның киләсәге кеүек темалар сағылыш табыуы ла бик мөһим роль уйнай, - тине Рита Харис ҡыҙы.

- Бөгөн башҡорт гимназияһында “I Шайморатов уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә. Был сара сиктәрендә шәхсән үҙем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлын виртуаль ысынбарлыҡ күҙлеге аша экскурсия күрһәтәсәкмен. Конференция уңышлы, бәрәкәтле үтер тип ышанам. Һәм киләсәктә ул республика күләмендә лә үтеренә өмөт ҙур, - тине Марат Данис улы.

“I Шайморатов уҡыуҙары” фәнниғәмәли конференцияһы сиктәрендә “Аҡтайлаҡ” түңәрәге етәксеһе Зөһрә Сәфәрғолова уҡтан атыу буйынса бәйге ойошторһа, гимназия-интернаттың физкультура уҡытыусыһы Марсель Ҡәҙимов һәм Ишембай районы муниципаль районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Салауат Солтанморатов көрәш буйынса ярыш үткәрҙе. Уларҙа Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларынан йөҙгә яҡын уҡыусы әүҙем ҡатнашты.

Ҡалабыҙҙың 12-се лицейының 7б класс уҡыусыһы Ғаяз Жданов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатаһы тураһында ғилми эше менән сығыш яһаны.

- Олатайым менән ғорурланам, яҡындарымдан уның тормошо, һуғыш йылдары хаҡында һораштым. Шуға ла фәнни эшемде уға арнаным, - ти ул.

Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 9а класс уҡыусыһы Нурсилә Шәһәбетдинова шығырҙар яҙыу менән мауыға.

- Мин 11 йәштән шиғырҙар яҙам. Ижадымда тыуған яҡ, әсәй, мөхәббәт темалары ҙур урынды ала. Башҡорт әҙәбиәтен, телен яратам, - ти Нурсилә.

- “I Шайморатов уҡыуҙары” маҡсатына өлгәште. Йәш быуынды фәнни-эҙләнеү эшенә йәлеп итеү, һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау һәм үҫтереү, илһөйәрлек рухын тәрбиәләү бурысын бөгөн тәү сиратта тел һәм әҙәбиәт, тарих уҡытыусылары атҡара. Иңебеҙҙәге ҙур яуаплылыҡ был, - тине гимназия директоры Ләлә Шәрипова
уҡыусыларҙы бүләкләү мәлендә барыһына рәхмәт әйтеп.

Конференцияның фәнни кимәлен, өлгөлө ойошторолоуын билдәләп, сарала ҡатнашыусылар түбәндәге резолюция проекттарын ҡабул итте:

1. “I Шайморатов уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһын, уның сиктәрендә “Уғатар”, көрәш бәйгеләрен киләһе йылдарҙа республика кимәлендә ойошторорға.

2. Уҡыусыларҙы Башҡортостан батырҙарының биографияһын, тормош һәм хеҙмәт, ҡаһарманлыҡ юлын өйрәнеүгә маҡсатландырырға.

3. Башҡортостан тарихында ҙур роль уйнаған батырҙарыбыҙ хаҡында бөртөкләп туплаған мәғлүмәттәрҙе замандаштарыбыҙға китап рәүешендә баҫтырырға.


Автор фотолары.

Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Тәүге “Шайморатов уҡыуҙары” үтте
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: