Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Март , 16:00

Гимназия яңылыҡтары

Ошо көндәрҙә 2-се башҡорт гимназия-интернатыңы 1-се А һәм Б класы уҡыусылары өсөн тулҡынланып көткән «Әлифба» байрамы үтте.

Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары

Әлифбаны уңышлы тамамлауҙары менән ҡотларға байрамға ата-әсәләр ҙә йыйылды.

Сентябрь айында мәктәпкә аяҡ баҫҡан кескәйҙәр үҙҙәренең тәүге уңыштары менән уртаҡлашты, алған белемдәрен күрһәтте, шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы.

Киләсәктә тағы ла тырышып уҡырҙар, төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашырҙар, тигән өмөт уятты улар.

Ата-әсәләр был сараны йыр-бейеүгә, шиғырға һәм уйындарға бай итеп ойошторған беренсе класс уҡытыусылары Гөлназ Шәфҡәт ҡыҙына һәм Фәниә Ғәйнитдин ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, байрамдан күтәренке кәйеф, дәрт, илһам алып таралышты.

 

Фото: https://vk.com/bgi.validi

Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Автор:Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты
Читайте нас: