Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Март , 13:00

Йәш быуын белеп үҫһен өсөн

Ошо көндәрҙә Кинйәбулат мәктәбендә район уҡытыусыларының, белем биреү учреждениелары директорҙарының осрашыуы үтте. Улар уҡыусылар ҡатнашлығында ойошторолған асыҡ дәрестәрен һәм мастер-кластарҙы ҡарап, юғары баһа бирҙе.

Йәш быуын белеп үҫһен өсөн
Йәш быуын белеп үҫһен өсөн

Кинйәбулат мәктәбе уҡыусылары махсус хәрби операция зонаһына блиндаж шәмдәре, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар әҙерләү менән байтаҡ ваҡыт шөғөлләнә. Улар яңыраҡ тағы бер шөғөл үҙләштерҙе – рәссам Вера Шаригинанан кейеҙ билбау эшләргә өйрәнделәр.

- Бөгөнгө район уҡытыусыларының, мәктәп директорҙарының осрашыуын кәңәшмә рәүешендә үткәрергә уйлағайныҡ. Сараның мәғәнәһе нимәлә? Беҙҙең күп егеттәребеҙ махсус хәрби операцияла, барыбыҙ ҙа уларҙы һағынып көтәбеҙ, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Әлегә беҙҙең планда – яҡташ яугирҙарға ярҙам итеү, - тип ихлас уртаҡлашты Кинйәбулат мәктәбе директоры Шайморат Ғиниәтуллин. – Ниңә һеҙ мәктәптә был эш менән шөғөлләнәһегеҙ, аҡса йыяһығыҙ, тип әйткән кешеләр ҙә бар. Был дөрөҫ түгел. Уҡыусыларҙың бергә эшләүе – еңеүгә өмөтләнеүе ул. Маскировка селтәрҙәрен эшләргә өйрәткән Байғужа ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, блиндаж шәмдәренә балауыҙ биргән умартасыларға, материал менән ярҙам иткән башҡа яҡташтарға оло рәхмәтемде еткерәм.

Үҙе балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, үҙе рәссам Вера Шаригина районда хәйриә акцияларында ҡатнашыуы менән билдәле. Ул мәктәптәр, поликлиникалар биналарының стеналарын рәсемдәр менән биҙәгән, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың портреттарын яҙған ижадсы. Яңыраҡ Вера Степановна башҡорт халҡының боронғо кәсебен – кейеҙ баҫыуҙы үҙләштерҙе.

- Кейеҙ баҫырға өйрәнеү идеяһы буштан барлыҡҡа килмәне. Бының менән билдәле йырсы Зилә Лира шөғөлләнә. Мин уның техникаһын ентекле өйрәндем, артабан халыҡҡа оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә башланым, - ти рәссам. – Ишембай районында күпләп һарыҡ аҫрайҙар, ҡайһы бер кешеләр уның йөнөн бәйләүгә файҙаланмай, ә ташлай ҙа ҡуя. Кейеҙ баҫырға бушлай һарыҡ йөнөн тапҡанда шәп булыр ине. Хәҙер, ғөмүмән, республикала кейеҙ баҫыу йолаһы яңынан тергеҙелә. Был эш тиҙ башҡарыла, хатта уға балаларҙы ла өйрәтеп була. Яугирҙарға кейеҙ билбау эшләү менән беҙ ҡаланың 33-сө балалар баҡсаһында, Кинйәбулат мәктәбендә һәм Ишембай сиркәүендә шөғөлләнәбеҙ. Билбауҙың файҙаһы өс нәмәлә сағыла. Беренсенән, ул йылы, икенсенән, һыҙланыуҙы баҫа, өсөнсөнән, сәләмәтлекте нығыта. Әлбиттә, яҡташтарҙың, бигерәк тә балаларҙың ҡулдары тейгән билбауҙар яугирҙарға күңел йылыһын да бирәсәк.

Вера Шаригина эшләгән билбауҙың техникаһы ябай һәм еңел. Сепрәктән шаблон аҫтына һәм өҫтөнә һарыҡ йөнө тетелеп һалына. Һарыҡ йөнө бармаҡтар ярҙамында һабын күпереге менән баҫыла. Бындай күперек йөндө бер массаға әйләндерә, бер-береһенә ныҡлы йәбештерә. Шаблонға һалынған билбауҙы артабан үтә күренмәле клеенка аша уҡлау менән йәйәләр. Ошо саҡта һарыҡ йөнөнөң бөтә бысрағы сыға. Әҙер билбауҙы һыуыҡ душ аҫтында һыу таҙарғансы тоталар. Һуңынан батареяның «ҡырлы ҡабырғаһы»на түгел, ә уның торбаһына элеп киптерәләр.

Шулай уҡ сарала махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт итеп ҡайтҡан «Диксон» ҡушаматлы яугир ҡатнашты.

- Мин үҙем Салауат ҡалаһынан, ике йыл элек Верхотор ауылында йорт һатып алдым, әле шунда донъя көтәм, - тип таныштырҙы үҙе менән Сергей. – Контракт буйынса килешеү туҡтағас, фронттан яҙын ҡайтҡайным. Беҙ дуҫтар менән махсус хәрби операция ветерандарының төбәк-йәмәғәт ойошмаһын ойоштороуға тотондоҡ. Уның маҡсаты – адреслы гуманитар ярҙамды урынына алып барып еткереү, ауыл Советтарына, махсус хәрби операцияла һәләк булған һәм әлеге ваҡытта хеҙмәт иткән яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Әлегә Ишембай районын тулыһынса йөрөп сыҡманыҡ, кемдәргә ярҙам иткәнбеҙ – шулар менән тығыҙ аралашабыҙ. Әлбиттә, мәктәптәрҙә илһөйәрлек темаһына саралар үткәрәбеҙ, әңгәмәләр ҡорабыҙ.

 


Автор фотолары һәм видеоһы.

Йәш быуын белеп үҫһен өсөн
Йәш быуын белеп үҫһен өсөн
Йәш быуын белеп үҫһен өсөн
Йәш быуын белеп үҫһен өсөн
Йәш быуын белеп үҫһен өсөн
Йәш быуын белеп үҫһен өсөн
Йәш быуын белеп үҫһен өсөн
Йәш быуын белеп үҫһен өсөн
Йәш быуын белеп үҫһен өсөн
Йәш быуын белеп үҫһен өсөн
Йәш быуын белеп үҫһен өсөн
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: