Был уйындар балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә мөмкинлек бирә.
- Сараларҙың маҡсаты – башҡорт кавалеристары ҡаһарманлығында илдең тарихына хөрмәт тәрбиәләү, Ватан өсөн ғорурлыҡ
уятыу, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе аңлатыу,
- тип уртаҡлашты Ә.Вәлиди исемендәге
2-се башҡорт-гимназия интернатының
физкультура уҡытыусыһы Марсель Ҡәҙимов. – Беҙ “Ҡышҡы Шайморат уйындары”ның Стәрлебашта үткән төбәк этабында ҡатнаштыҡ. Ә республика этабы –
Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте
буйынса олимпиада һәм хәрби-спорт уйындары Яңауыл ҡалаһының И.Ш. Мөҡсинов
исемендәге гимназияһында үтәсәк.
Уҡытыусы белдереүенсә, гимназияның
7-се класс уҡыусылары ярыштарҙа икенсе
урын алған.