Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Февраль , 12:00

Ысын уҡытыусы – педагог-остаз

Рәсәй Президенты Владимир Путин педагог-остазды “заманыбыҙҙың лоцмандары” тип атаны. Ә лоцман – оло караптың иң алдынғы эшмәкәре, “алдан юл ярып барыусы”һы.

Ысын уҡытыусы – педагог-остаз
Ысын уҡытыусы – педагог-остаз

Ысынлап та, уҡытыусы-педагогтың һөнәри эше тап лоцман эше кеүек: ул - фән тауына үрләгәндә уҡыусыларына тура юлдан барыр өсөн юл ярыусы. Бындағы яуаплылыҡ, ә иң мөһиме – үҙең һыҙған юлдың хаҡлығына үҫеп килгән йәш быуынды ышандырып әйҙәү – юғары рухи һәм ижади көс талап итә торған күренеш. Тимәк, уҡытыусы-педагог үҙенең бар ғүмерен ошо йүнәлешкә көйләй һәм тулыһынса уға яҙмышын бағышлай. Тап шундай педагог – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әмирханова Фаягөл Тимербай ҡыҙы тураһында бөгөнгө һүҙебеҙ.

Тап уны оло йөрәкле педагог тип атарға була. Фиҙаҡәр хеҙмәтенә ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен бағышлап, уҡыусыларының юғары үрҙәр яулауын күреү – уның үҙ һөнәренә тоғролоҡ күрһәткесе, бергә эшләгән коллегаларына ынтылыш һәм тырышлыҡ өлгөһө лә. Бөйөк рус яҙыусыһы Н.В. Некрасов һүҙҙәре менән әйткәндә: “Уҡытыусым! Һинең исемең алдында түбәнселек менән баш эйергә рөхсәт ит!” – тип ҡабатлар ине уға тиҫтәләгән уҡыусылары. Сөнки улар - Фаягөл Тимербай ҡыҙы мәктәбен үтеп, үҙҙәре лә тормошта төрлө өлкәләрҙә юл ярыусылар. Уҡытыусы уларҙа туған телгә, тыуған халҡыбыҙға бирелгәнлек тәрбиәһе менән бергә тәрән белем нигеҙҙәрен үргән, артабан тормошта юл ярырға өйрәткән. Йылдар аша ла уҡытыусы улар юлын барлай, күҙәтә, алған белемдәрен халҡыбыҙ киләсәгенә, мәҙәниәтенә бағышлауҙарын күреп, күңел кинәнесе таба. Уҡытыусы өсөн шунан да ҙурыраҡ шатлыҡ, хеҙмәтең өсөн шунан да юғарыраҡ баһа бармы икән?! Үҙ эшенең оҫтаһы, педагог-остаз булараҡ, Фаягөл Тимербай ҡыҙы күңел хазиналарын йәш коллегалары өсөн дә йәлләмәй өләшә: һәр яңы башланғысты тәжрибәле ҡараш менән байҡап, юғары талаптар ҡуя, ышаныс менән алға ҡараш ташлай. Бындай ойоштороу сифаты уның үҙ-үҙенә лә үтә яуаплы һәм талапсан ҡарауынан килә. Бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, яңынан-яңы алымдар ҡулланыу, заманса мәғлүмәт сараларын тынғыһыҙ эшкә егеү сифаттары уҡытыусыны тыуған ҡалабыҙҙа ғына түгел, бөтә республикала билдәле педагог итеп күтәрҙе. Уның тәжрибәһен төрлө ижади, һөнәри бәйгеләрҙә ҡулланыу, оҫталыҡ дәрестәре аша өйрәнеү, иң ҙур сараларҙа яуаплы жюри составтарына саҡырылыу кеүек эштәр көндәлек эше менән бергә бара, тормошоноң сағыу биттәре булып теҙелә. Барса педагогик йәмғиәткә өлгө булырлыҡ күрһәткестәренең береһе – халҡыбыҙҙың үлемһеҙ ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосын өйрәнеү, уны ятлау эшендәге легендар уңыштары. Йәш сәсәндәрҙең мәшһүр эпосты яттан  һөйләү конкурстарында ҡатнашыу өсөн,
уҡытыусы иң тәүҙә балалары йөрәгендә мәңге һүнмәй торған рух уты тоҡандыра, тиҫтәләгән уҡыусыһында был ауыр ҙа, яуаплы ла эште башҡарып сығыуға ышаныс тәрбиәләй, кесе йәштән уларҙы үҫтерә. Улар менән утты ла, һыуҙы ла кисә, көнө төнгә ялғана, бар буш ваҡыты оло эшкә бағышлана. Бына шулай итеп һуңғы ун йылда ғына уның уҡыусылары дүрт тапҡыр бәйгенең иң юғары наградаһына – Гран-при яулауға өлгәштеләр. Эпосты тулыһынса ятлауға ирешкән уҡыусылары менән республика кимәлендә тиҫтәләгән оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеү, уҡыусыларын үҫтереү эшендә иң матур ижад йылдары булып, уның тормош күгендә балҡый. Юғары талапсанлыҡ, педагогик оҫталыҡ уҡыусыларҙың белем кимәлен билдәләүсе предмет олимпиадалары еңеүселәрен әҙерләүгә лә юлдар аса. Уның уҡыусылары олимпиаданың муниципаль этабын еңел үтеп, һуңғы этап - республика, төбәк-ара олимпиада еңеүселәре булып, Ишембай ерен данлап ҡайталар. Сөнки уларҙың һынмаҫ рух ҡалҡаны булырҙай тормош өлгөһө, яҡты маяҡ булып торған уҡытыусылары - Фаягөл Тимербай ҡыҙы бар.

Үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуын республика кимәлендә күрһәтеп, үҙе лә Гранпри яулаған, Рәсәй кимәлендә Мәскәүҙе лә шаулатып ҡайтҡан талантлы уҡытыусы ла ул Әмирханова Фаягөл Тимербай ҡыҙы. Рәсәй Президенты, Башҡортостан Башлығы Гранттарына эйә булған Мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы – алдынғы замандашыбыҙ “Педагог һәм Остаз йылы” сиктәрендә тағы ла бер үҙенең оҫта ойоштороусы, талантлы шәхес – флагман булыуын иҫбатланы: ул етәкләгән ун кешенән торған “Остаз. Ҡыңғырау” командаһы республика педагогик һөнәр бәйгеһендә йөҙҙән ашыу командалар араһында лайыҡлы икенсе урын яулап ҡайтты. Юғары кимәлдәге асыҡ оҫталыҡ дәресе, күркәм команда программаһы арабыҙҙа виртуоз педагог – үҙ халҡының тоғро ҡыҙы йәшәүен күрһәтте: ниндәй генә ауыр шарттар булмаһын, еңеүгә ирешергә була! Бына шундай ҡараш менән әйҙәне ул командаһын һәм бәйгелә иң сағыу биттәр яҙыусы булды, коллегаларын ҡанатландырҙы, уларҙы республикаға юғары кимәлдә күрһәтеүгә иреште. Ә уйлаһаң, ул бит ике бала әсәһе, һөйөклө ир ҡатыны, үҫеп килгән ике ейән өләсәһе лә. Улар менән аралашыуға тәүлектең бик аҙ ғына өлөшө ҡалһа ла, яратып башҡарған эш алға бара: берҙән, яҡындары ныҡлы таяу, үҙҙәре бер киләсәк өмөтө, сөнки иң бәләкәй Искәндәр ҙә инде “Урал батыр”ҙы ятлай, сәхнәләрҙә туған телендә тасуири һөйләй икән, Фаягөл Тимербай ҡыҙының тормош кредоһы тулы һәм сағыу төҫтәр ала. Тормош иптәше Ришат Миҙхәт улы менән, йәй булһа, баҡса ҡарай, гөлдәр үҫтерә, ялан-ҡырҙар гиҙеп, үҙҙәре тәрбиәләгән ҡорттарҙың бал йыйыуын күҙәтә, ҡышын ейәндәре менән саңғыла йөрөй, бассейнда йөҙә, ә ялдарында тәмлекәстәр әҙерләп, балаларын, дуҫтарын ҡаршылай, ҡупшы матур йорттарын йәмләй – ҡыҫҡаһы, ябай ер кешеһе кеүек ял итә, музыка тыңлай, алыҫтағы курсташтары менән әле генә уҡып бөткән роман, әҙәбиәтебеҙ яҙмышы тураһында хәбәрләшергә лә ваҡыт таба. Бына шундай ул – заман педагогы, йыл остазы – Фаягөл Тимербай ҡыҙы. Туған телебеҙ яҙмышы тураһында йыш уйланып, ваҡыты-ваҡыты әсенеп тә ҡуя ул: баланы туған теленә ғаиләлә өйрәтергә кәрәк тигән уйын улы, ҡыҙы, ейәндәре миҫалында ла күрһәткән кеше, һәм уның был фекере ошо мәҡәләне уҡыусы һәр әсәгә, өләсәйгә лә барып етһен ине, тип теләйһе ҡала. “Сөнки туған телен белгән бала тормошта үҙенә юл яра, күңеле бай, изгелеккә йөрәге асыҡ була! – ти тәжрибәле уҡытыусы. - Һәр ғаилә лә үҙ балаһының шундай булып үҫеүен теләй икән, туған телебеҙ ҙә йәшәр!” – тип инанған кеше ул туған халҡының патриоты Фаягөл Тимербай ҡыҙы.

Уға киләсәктә лә эшендә яңы үрҙәр яулауын, ә иң мөһиме, сәләмәт-шат көндәр, һаулыҡ, күңел көрлөгө, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйек.

Автор:Гөлнур АҘНАБАЕВА, Ишембай район-ҡала мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: