Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Ғинуар , 18:00

Уҡыусылар йолаларҙы белеп үҫә

30 ғинуар 15-се мәктәптә ҡалабыҙҙың Милли мәҙәниәттәр үҙәге ағинәйҙәре башҡорт халҡының матур йолаһы "Ете ырыу" фольклор күренешен сәхнәләштерҙе.

Уҡыусылар йолаларҙы белеп үҫә
Уҡыусылар йолаларҙы белеп үҫә

Сара бай йөкмәткеле, бик матур һәм уҡыусылар өсөн фәһемле булды.

Тыуған илгә, туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү тойғоһон уятыу, тәрбиәләү, "Ете ырыу" менән таныштырыу, мөнәжәт, ҡобайыр, әйтемдәр менән танышыу, батырлыҡ традицияларын дауам иттереү сағыла ине был йолала.

Уҡысылар ағинәйҙәрҙең һәр сығышын көслө алҡыштарға күмеп, иғтибар менән тыңлап ултырҙы.

Мәктәп директоры Миләүшә Марат ҡыҙы ағинәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, бик әһәмиәтле эш башҡарыуҙарын әйтеп үтте.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/public186410361?w=wall-186410361_1239

Уҡыусылар йолаларҙы белеп үҫә
Уҡыусылар йолаларҙы белеп үҫә
Уҡыусылар йолаларҙы белеп үҫә
Уҡыусылар йолаларҙы белеп үҫә
Уҡыусылар йолаларҙы белеп үҫә
Уҡыусылар йолаларҙы белеп үҫә
Уҡыусылар йолаларҙы белеп үҫә
Уҡыусылар йолаларҙы белеп үҫә
Автор:
Читайте нас: