Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Ғинуар , 15:00

УҠЫРҒА ЛА, ЯЛ ИТЕРГӘ ЛӘ ВАҠЫТ ТАБАЛАР

Студент йылдары күптәрҙең күңелендә иң матур ваҡыт булып уйылып ҡала. Күпме дуҫтар табыла, күңелле ваҡиғалар була ошо осорҙа! Һүҙҙе яҡташ студенттарҙың үҙҙәренә бирәйек.

Әлиә ШИҺАПОВА, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты магистранты:

- Әлеге ваҡытта мин Аҡмулла исемендәге педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында көндөҙгө бүлектә белем алам. Был университет менән мин 2017 йылда уҡ таныштым, биш йыл буйы башҡорт-ғәрәп төркөмөндә уҡып, 2022 йылда башҡорт филологияһы факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланым. Хәҙер тел ғилеме йүнәлешендә белем алам. Ете йыллыҡ студент тормошом бик ҡыҙыҡ үтте, күп йылы хәтирәләр ҡалдырҙы. Беренсе курстан алып Розалия Солтангәрәева етәкселегендәге «Халыҡ сәсәндәр мәктәбе»нә йөрөнөм. Коллектив менән беҙ ике тапҡыр Ҡазанға, Таулы Алтай ҡалаһына барҙыҡ. Алтай Республикаһына сәфәр бигерәк тә иҫтә ҡалды. Эпик мираҫ һәм сәсәнлек сәнғәте буйынса халыҡ-ара ассамблеяһында ҡатнашыу, бөйөк башҡорт эпосы «Урал батыр»ҙы төрлө милләттәргә күрһәтеү, башҡа төрки халыҡтарҙың фольклорын күреп ишетеү студенттар өсөн онотолмаҫлыҡ тәжрибә булды. Студент йылдарымдың алмаштырғыһыҙ өлөшө - ул шиғри оҫталыҡ һәм нәфис һүҙ конкурстары. Ошо осорҙа тиҫтәләгән Рәсәй, республика, халыҡ-ара конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып, юғары урындар алдым. Әлбиттә, бындай ижад юлым мәктәптән һәм университеттан башланды. Аҡмулла университеты минең өсөн бар юлдарҙы асты, төрлө яҡтан үҫешергә, ныҡлы белем алырға, профессиональ белгес булырға мөмкинлек бирҙе. Сығарылыш класс уҡыусыларына, буласаҡ студенттарға, имтихандарҙа, һайлаған юлдарында уңыштар теләйем. Йәштәребеҙ ҙур тормош юлына аяҡ баҫҡас, юғалып ҡалмай, үҙҙәрен төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендә һынап ҡараһындар, бар яҡтан да үҫешһендәр ине.

Илнур МЫРҘАҒОЛОВ, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты:

- Мин 5-се курста уҡыйым. Үҙ юлымда төрлө һынауҙар аша үтергә тура килде: дөйөм ятаҡҡа урынлашыуҙан алып имтихандар тапшырыуға тиклем. Әммә уларҙың береһе лә мине туҡтата алманы, сөнки эргәмдә һәр саҡ ярҙамлашып торған әсәй-атайым, дуҫтарым, туғандарым бар. Уҡыуҙан һәм эштән тыш университет тормошонда лә әүҙем ҡатнашам: ғилми түңәрәктәргә йөрөйөм, спорт менән шөғөлләнәм. Әйткәндәй, спорт ул тәү сиратта үҙ-ара алыш. Мин үҙем өсөн компьютер уйындары цифрлы киңлеген, йәки ябайса әйткәндә киберспортты һайланым. Шулай уҡ төрлө саралар ойоштороуҙа ярҙамлашам. Шундай сараларҙың береһе – Өфөлә үткән “Трофей юлы” автоуҙышы сиктәрендә Киләсәк быуын уйындары булды.

Айһылыу ХӘЙҘӘРОВА, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты:

- Мин Ишембай районының урман араһында ултырған, тауҙар менән уратылып алынған Ҡалыу-Айры ауылынан. Әлеге ваҡытта Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында 4-се курста уҡып йөрөйөм. Уҡыу миңә оҡшай: факультетта көн һайын тиерлек ҡыҙыҡлы саралар, билдәле кешеләр менән осрашыуҙар үткәрелеп тора. Төрлө ғилми-конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашам. Бынан тыш, Өфөлә Ишембай районының йәш яҡташтар берлегенең әүҙем ағзаһы ла. Сессияға килгәндә, имтихандарға әҙерләнеп йә “биш”-кә бирәм, йә «автомат» менән билдә алам. Шулай уҡ параллель рәүештә ситтән тороп хоҡуҡ институтында 3-сө курста уҡыйым. Тыуған ауылыма ара йырағыраҡ булғас, бик һирәк ҡайтырға тура килә. Яңы йыл каникулдарында өйҙә рәхәтләнеп ял иттем. Студент тормошо - ғүмерҙең иң матур, сағыу мәле, шуға ла һәр ваҡытын файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышам. Мөмкинлектәр бик күп, ҡуллана белергә генә кәрәк!

Яҙгөл ҒӘЛИУЛЛИНА, Ишембай нефть колледжы студенты:

- Мин Ишембай нефть колледжының 2-се курсында уҡыйым. “Машиналар эшләү технологияһы” факультетын һайланым. Бер туған апайым Наҙгөл дә ошо уҡ уҡыу йортонда 3-сө курста белем ала. Янымда апайым булғанына бик шатмын. Ул миңә һәр саҡ ярҙамлашырға әҙер. Студент тормошо еңел түгел, әлбиттә, әммә бик ҡыҙыҡлы! Беҙҙең колледжда күп төрлө түңәрәктәр бар. Мин спорт менән шөғөлләнәм: уҡыуҙан һуң көрәш һәм еңел атлетика буйынса тренировкаларға йөрөйөм. Ҡулға диплом алғандан һуң, әлбиттә, үҙ һөнәрем буйынса эшләргә теләйем. Был колледжда уҡыуым менән ғорурланам, сөнки беҙҙә иң яҡшы, белемле, ғәҙел уҡытыусылар эшләй.

Зөлфиә ҠУНАҠҠОЛОВА, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты:

- 2021 йылда Ишембайҙың 2-се урта мәктәбен тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға индем. Дауалау факультетында белем алам. Буш ваҡытта Башҡорт драма театрына йөрөргә яратам, конференцияларҙа ҡатнашам, волонтерлыҡ менән шөғөлләнәм: яңы килгән студенттарға булышабыҙ, ҡайһы ваҡыт дауаханаларҙа ярҙам итәбеҙ. Уҡыуы ҡыйын булһа ла, бик оҡшай! Ауыр мәлдәрҙә әсәйем һәм туғандарым һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙалар, уларға бик рәхмәтлемен. Алдағы
тормошта кешеләр һаулығы һағында эшләрмен, тип өмөтләнәм. Эндокринолог һөнәрен һайларға уйлайым. Бөтә студенттарҙы ла байрам менән ҡотлайым!

 

Фотолар шәхси архивтан.

УҠЫРҒА ЛА, ЯЛ ИТЕРГӘ ЛӘ ВАҠЫТ ТАБАЛАР
УҠЫРҒА ЛА, ЯЛ ИТЕРГӘ ЛӘ ВАҠЫТ ТАБАЛАР
УҠЫРҒА ЛА, ЯЛ ИТЕРГӘ ЛӘ ВАҠЫТ ТАБАЛАР
УҠЫРҒА ЛА, ЯЛ ИТЕРГӘ ЛӘ ВАҠЫТ ТАБАЛАР
УҠЫРҒА ЛА, ЯЛ ИТЕРГӘ ЛӘ ВАҠЫТ ТАБАЛАР
УҠЫРҒА ЛА, ЯЛ ИТЕРГӘ ЛӘ ВАҠЫТ ТАБАЛАР
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: