Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Ғинуар , 11:00

Һәләтле булыу ғына етмәй, төрлө яҡлап үҫешергә лә кәрәк

- ти Ишембай һөнәрселек колледжының икенсе курс студенты Исламия Ҡолмөхәмәтова.

Һәләтле булыу ғына етмәй, төрлө яҡлап үҫешергә лә кәрәк
Һәләтле булыу ғына етмәй, төрлө яҡлап үҫешергә лә кәрәк

Студент - ул киләсәккә төрлө маҡсаттар ҡуйып, төн йоҡоларын йоҡламай, тырышып-тырмашып белем диңгеҙен кискән кеше. Тик уҡыу менән генә мәшғүл булһаң, студент йылдары - тормоштоң иң матур, күңелле мәле булып һаналмаҫ ине. Уҡыу менән бер рәттән төрлө шөғөлдәрҙе лә уңышлы үҙләштереүсе Исламия бөгөн алдынғы студенттар рәтендә.

Ҡанаҡай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлағандан һуң, Өфө сәнғәт училищеһында уҡып, ҡулына диплом ала. Һәр ҡайҙа ла һынатмаған Исламия бының менән генә туҡталып ҡалмай. Бөгөнгө көндә ул Ишембай һөнәрселек колледжында тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Әлбиттә, ниндәй кешеләр менән аралашыуын, ниндәй мөхиттә йәшәүен һәр студент үҙе һайлай. Кемдер камиллашыуын, үҫешен дауам итә, кемдер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, түбән тәгәрәй.

Исламия яҡшы уҡыуы менән дә алдыра, төркөм старостаһы ла, активист та. Төрлө яҡлап үҫешкән студент йырларға, бейергә ярата, ҡыл ҡубыҙҙа, гитарала һәм скрипкала уйнай. Ситтән тороп Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына ла уҡырға ингән. Колледждың өҫтәмә белем биреү педагогы Мария Анатольевна Филатова һәм директор советнигы Роза Рәфис ҡыҙы Йәнбирҙина менән берлектә улар “Алҡыштар” театр студияһын да ойошторғандар. Унда студенттар менән ҡыҫҡа ғына спектаклдәр әҙерләй. Бынан тыш, Исламия байтаҡ муниципаль, республика йыр конкурстарында ҡатнашып призлы урындар алырға ла өлгөрә.

- Студент саҡтың иң күңелле, мажараларға тулы, матур ваҡыт икәнен үҙең ошо студент “иленә” килеп ингәс кенә аңлайһың икән ул. Яңы дуҫтар, яңы мөхит, мөмкинлектәр һәм ауырлыҡтар. Ул “һә” тигәнсе үтә лә китә. Шуға ла был йылдарҙың ҡәҙерен беләйек, - ти ул.

Исламия әйтеүенсә, студент-активист эшһөйәр, маҡсатҡа, үҫешкә ынтылыусан, ижади булырға тейеш, шулай уҡ белемле кешеләрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу һәм үҙ мөмкинлектәрен объектив баһалау ҙа мөһим. Әммә беренсе урында ул һәр ваҡыт үҙ-үҙен дисциплинала тоторға тейеш. Киләсәккә пландарҙы алға ҡуйып ҡына студент үҙенең хыялына тағы бер аҙым яҡынлаша ала. Һәләтле булыу ғына етмәй, ҡайһы берҙә эшләргә лә кәрәк!


Фото шәхси архивтан.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: