Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ғинуар , 17:00

Ишембай гимназистары ихлас ҡушылды

Ошо көндәрҙә З.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында БР муниципаль белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәренең башланғыстарына нигеҙләнгән «Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау» проекттары тәҡдим ителде.

Ишембай гимназистары ихлас ҡушылды
Ишембай гимназистары ихлас ҡушылды

Дөйөм алғанда, сарала 5-11 класс уҡыусылары араһынан барлығы 550 кеше ҡатнашты.

Регламентҡа ярашлы, йыйылыштың рәйесе һәм секретары һайланды. Шулай уҡ берҙәм тауыш менән иҫәпләү комиссияһының составы билдәләнде. Йыйылыштың рәйесе – директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Зилә Ниғмәтуллина, секретары – директорҙың тәрбиә эше буйынса кәңәшсеһе Аделина Ғәлиева. Иҫәпләү комиссияһы составына класс етәкселәренән – Әлиә Илалова, Аделина Ғәлиева һәм Дәмир Хәлисов, уҡыусыларҙан Арина Зәмилова һәм Гөлсөм Ғәлина инде.

Артабан уҡыусылар конкурс һайлауына тәҡдим ителгән проекттарҙың презентацияһы менән сығыш яһаны.

11-се класс уҡыусыһы Камила Ғәниева етәкселегендә мәктәп командаһы «Мәргән» интерактив-электрон тир булдырыу» проектын тәҡдим итте. Уның маҡсаты – үҫмерҙәрҙе сәләмәт тормошҡа, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү. Саралар электрон тирҙа күнекмәләр үткәреү, ГТО нормаларын үтәү, НВП дәрестәре сиктәрендә ойоштороласаҡ.

Икенсе команда менән 9-сы класс уҡыусыһы Аделина Хәйруллина етәкселек итте. Проекттың исеме - «Киләсәк балалары» балалар инициативалары үҙәге». Ул балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең төрлө яҡлап үҫешенә маҡсатланған. Шул уҡ ваҡытта балалар йәмәғәт ойошмалары менән осрашыу урындарын булдырыу күҙ уңында тотола.

«Тауыш яҙҙыртыу студияһы» проектын 10А класс уҡыусыһы Азалия Булатованың командаһы яҡлап сыҡты. Ул уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән.

10Б класс уҡыусыһы Азалия Биктимерованың командаһы «Уңайлылыҡ зонаһы» проекты менән сығыш яһаны. Уның маҡсаты – уҡыу өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу, айырым бүлмәлә уңайлылыҡ зонаһының дизайнын булдырыу. Проект гимназия уҡыусылары өсөн ыңғай һөҙөмтә бирергә тейеш.

«Уҡыусылар инициативаһын бюджетлау» проекттары сиктәрендә 22 ғинуарҙа дөйөм мәктәп тауыш биреүе үтте.

«Мәргән» интерактив-электрон тир булдырыу» проекты өсөн 295 кеше тауыш бирҙе.

«Уңайлылыҡ зонаһы» 67 тауыш менән хупланды.

«Киләсәк балалары» балалар инициативалары үҙәге» 78 тауыш менән яҡланды.

«Тауыш яҙҙыртыу студияһы» өсөн 102 кеше тауыш бирҙе.

Шулай итеп, Камила Ғәниева командаһы тәҡдим иткән «Мәргән» интерактив-электрон тир булдырыу» проекты иң күп тауыш йыйҙы. Проекттың уңышлы еңеп сығыуына өмөтләнә гимназия уҡыусылары.

 

 

Автор һәм гимназия уҡыусылары фотолары.

Ишембай гимназистары ихлас ҡушылды
Ишембай гимназистары ихлас ҡушылды
Ишембай гимназистары ихлас ҡушылды
Ишембай гимназистары ихлас ҡушылды
Ишембай гимназистары ихлас ҡушылды
Ишембай гимназистары ихлас ҡушылды
Ишембай гимназистары ихлас ҡушылды
Ишембай гимназистары ихлас ҡушылды
Ишембай гимназистары ихлас ҡушылды
Ишембай гимназистары ихлас ҡушылды
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: