Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Декабрь 2023, 11:00

Туған тел һағындағы балалар баҡсаһы

Сабый туған телен кемдән белә, ҡайҙа өйрәнә? Әлбиттә әсәһенән, атаһынан, яҡындарынан. Ғаиләлә, өйҙә башҡорт телендә һөйләшәләр икән, балаға үҙ телендә ғорурлыҡ менән аралашырға кәрәк тип өйрәтеләр икән – ул бер ваҡытта ла туған теленен оялмаясаҡ, баш тартмаясаҡ. Ә инде блалар баҡсаһында һәм мәктәптә лә туған телде, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыла икән, киләсәк быуындың телде һаҡлап ҡалыуына ышаныс бар.

Туған тел һағындағы балалар баҡсаһы
Туған тел һағындағы балалар баҡсаһы
Ишембай ҡалаһының берҙән-бер башҡорт балалар баҡсаһында был йүнәлештә тәжрибәле тәрбиәселәр эшләй. Улар балаларҙы туған телде яратырға өйрәтә. Баҡсала халҡыбыҙҙың һәр төрлө милли йолалары ойошторола. ”Ҡар һыуына барыу”, Ҡарға бутҡаһы”, ”Кәкүк сәйе”, ”Һабантуй” байрамын беҙҙең балалар һәр йыл һайын көтөп ала.
Муниципаль кимәлдә үткәрелгән һәр бер конкурста, онлайн бәйгеләрҙә, форумдарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. ”Йәш эҙәрмән”, ”Йәшелсәләр буталсығы” сараларында ҡалабыҙ балалар баҡсалары араһында призлы урындар алдыҡ. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Балаларҙың ата-әсәләре беҙҙең менән бер тулҡында тибрәлә, был дөйөм эшебеҙ – балаларға уҡытыу-тәрбиә эшен алып барыу шарттарын уңайлыраҡ, сифатлыраҡ итеү өсөн икәнен яҡшы аңлайҙар, шуға ла һәр башланғыстарыбыҙҙы күтәреп сығырға әҙер торалар.

“Беҙ Гагаринсылар” Республикала интелектуаль олимпиадала тәрбиәләнеүсебеҙ Булат Ғәлин 3-сө урын яуланы. Булат Ишембай районы һәм ҡалаһын яҡлап лайыҡлы урын алды.
 
Балалар баҡсаһы 1992-се йылда асылған бина. 2014-се йылда Ә.Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернаты ҡалабыҙҙағы берәү генә булған “Аҡбуҙат” башҡорт балалар баҡсаһын үҙ ҡанаты аҫтына алды. Ошо йылдар эсендә беҙҙең балалар баҡсаһы оҙон юл үтеп, ижади эҙләнеүҙәр аша, педагогик тәжрибә туплап нығынған. Көндәлек тырыш хеҙмәт, хәстәрлектәр менән тулы тормош юлы үтелгән. Күпме шатлыҡлы, педагогтарыбыҙ һәм тәрбиәләнеүселәребеҙ өсөн ғорурлыҡ мәлдәре кисерелгән. Беҙҙең учреждение һәм коллектив тарихын инициативалы хеҙмәткәрҙәр булдырған: мөдирҙәр, тәрбиәселәр, тәрбиәсе ярҙамсылары, музыкаль етәкселәр, шәфкәт туташтары, ашнаҡсылар, хужалыҡ эштәре мөдирҙәре, иҙән һәм кер йыуыусылар, ҡарауылсылар. Беҙҙең коллектив – үҙ эшен мөкиббән китеп башҡарған, бер нисә быуынды берләштергән татыу ғаилә. Уңышҡа ирешеү һәм абруй яулау өсөн беҙҙең барыбыҙға ла күп эшләргә, бихисап ауырлыҡтарҙы ла еңергә тура килә. Бөгөн беҙ, әлбиттә, ошо эшкә нигеҙ һалыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ.

Балалар баҡсаһы - бәләкәстәрҙең шат тауыштары яңғырап торған ғәҙәти булмаған мөхиттәге мөғжизәле донья. Ә бала өсөн был ғәжәйеп тылсымлы доньяла тәрбиәләнеү - тәүге асыштарҙың, ҡаҙаныштарҙың, еңеүҙәрҙең онотолмаҫ мәлдәре. Ошондай урында улар хәстәрлекле, йөрәктәре һөйөү менән тулы. Балаларҙың барыһын да берҙәй ярата белгән асыҡ күңелле, изге йөрәкле кешеләр генә эшләй ала бында. Ваҡыт үтеү менән күп нимә үҙгәрә, балалар баҡсаһы үҙенә хас алымдар менән байытылды. Эш сифаты күтәрелде, баҡсаның матди-техник базаһы яҡшырҙы. Бында балаларҙың нескә күңеленә юл табырҙай яҡшы уйлы кешеләр эшләй.

Балалар баҡсаһын төҙөкләндереү өсөн дә бик күп эштәр башҡарылды. Һәр төркөм балалары өсөн тышҡы майҙансыҡ төҙөкләндерелде. Асфальт яңыртылды, бинаның ҡыйығы тулыһынса профнастил менән ябылды, янғын хәүефһеҙлеге баҫҡыстары заманса ярашлы итеп эшләнелде.

1992-се йылдан күп сығарылыш кисәләре үтте, быуындар алмашына, балалар баҡсаһы төрлө үҙгәрештәр кисерә, шулай ҙа башҡорт теленә булған һөйөүҙе беҙҙең тәрбиәселәр быуындан-быуынға еткереп килә. Баҡсабыҙҙа оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға киткән тәрбиәселәребеҙ, хәҙмәткәрҙәребеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Баҡсабыҙ асылғандан алып бик күп йылдар етәксе булып эшләгән Гөлсирә Байгилде ҡыҙы Айытоваға, хужалыҡ эштәрен етәкләүсе Тәнзилә Фәүҡәт ҡыҙына, тәрбиәсе Гөлсәсәк Таһир ҡыҙына, тәрбиәсе ярҙамсылары Хәлиҙә Хәлит ҡыҙына, Нәилә Исмәғил ҡыҙына, ашнаҡсы Таңһылыу Юныс ҡыҙына, кастелянша Гөлниса Шәмсетдин ҡыҙына, барлыҡ ветеран остаздарыбыҙға рәхмәт.

2023 йыл “Педагог һәм остаз йылы”нда ветерандарыбыҙ менән фәһемле осрашыу үткәрҙек.

14 декабрь “Башҡорт теле “ көнө булараҡ ветерандарыбыҙ менән әҙәби–музыкаль сара ойошторолдо. Байғужа ауылы ағинәйҙәр клубы ағзалары Сәбилә Ғибаҙулла ҡыҙы, Гөләйшә Тимур ҡыҙы баҡсабыҙ тәрбиәләнеүселәре менән йәнле аралашты, балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы осрашыу булды. Улар үҙҙәренең шиғырҙарын, әкиәттәр һөйләне.
 
Туған тел һағындағы балалар баҡсаһы
Туған тел һағындағы балалар баҡсаһы
Автор:Вәсилә ХӨСӘЙЕНОВА. Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты мәктәпкәсә белем биреү төркөмө өлкән тәрбиәсеһе.
Читайте нас: