Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Декабрь 2023, 16:00

Балаларҙы һөйөндөрөп

Яңы йыл иртәлектәре - балаларҙың көтөп алған байрамы. Зал гирляндалар, шарҙар, матур уйынсыҡтар менән биҙәлә. Ҡалабыҙҙың 16-сы балалар баҡсаһында малай һәм ҡыҙҙар, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре өсөн сағыу тамаша әҙерләнгәйне.

Балаларҙы һөйөндөрөп
Балаларҙы һөйөндөрөп

Яңы йыл - иң яратҡан, тылсымлы, әкиәтте хәтерләткән байрам. Балалар янына ҡунаҡҡа Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм Мәсекәй әбей килде. Улар һәр кемгә һаулыҡ, уңыштар теләп, балаларға күстәнәстәр өләште. Төрлө костюмдар кейгән балалар шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны, бейене, ҡунаҡтар менән бергәләшеп йырланы. Байрам аҙағында барыһы ла Ҡыш бабайҙан күстәнәстәр алып ҡыуанды.

 


Автор фотолары һәм видеоһы.

Балаларҙы һөйөндөрөп
Балаларҙы һөйөндөрөп
Балаларҙы һөйөндөрөп
Балаларҙы һөйөндөрөп
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: