Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2023, 23:00

Маҡар мәктәбендә башҡорт теле көнө уҙҙы

14 декабрь көнө Маҡар ауылы мәктәбендә башҡорт теле көнөнә, башҡорт теле һәм әҙәбитәте аҙналығына арналған матур сара үткәрелде. Был көн Башҡортостан башлығы указына ярашлы башҡорт теле көнө тип иғлан ителеп йылда үткәрелә килә. Тап ошо көндө мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө.

Маҡар мәктәбендә башҡорт теле көнө уҙҙы
Маҡар мәктәбендә башҡорт теле көнө уҙҙы

Байрам 6-сы һәм 7-се класс уҡыусылары менән башҡорт теле дәресен “Әлләсе” уйыны формаһында үткәреү менән башланып китте.

Төп байрам сараһына ауылдың ағинәйҙәре лә саҡырылды. Улар үҙҙәренең туған тел тураһындағы шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе, уҡыусыларға матур теләктәрен әйтте. Ә уҡыусылар Маҡар мәктәбен тамамлап, ҙур ғалим, шағир булып киткән яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләп, шиғырҙарын уҡыны. Шулай уҡ уларҙың ижадына арналған гәзиттәр сығарылды, һүрәт төшөрөү конкурсы ойошторолдо.

Бөгөнгө матур сара “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыр флешмобы менән тамамланды.

 

Фото: https://vk.com/makar.school

Маҡар мәктәбендә башҡорт теле көнө уҙҙы
Маҡар мәктәбендә башҡорт теле көнө уҙҙы
Маҡар мәктәбендә башҡорт теле көнө уҙҙы
Маҡар мәктәбендә башҡорт теле көнө уҙҙы
Маҡар мәктәбендә башҡорт теле көнө уҙҙы
Автор:Маҡар ауылы мәктәбе.
Читайте нас: