Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Декабрь 2023, 13:00

“ОСТАЗ” ҠАНАТ ҠУЯ

“Педагогика һәм остаз. Атайсалға изге эштәр бағышлау“ йылын башлап, муниципаль районыбыҙҙа өс быуын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының йылы осрашыуы үткәйне. Был сараның сағыу тәьҫире айҙар буйына һағынып һөйләрлек булды һәм ете тиҫтәгә яҡын уҡытыусыларыбыҙҙың күңел күгендә онотолмаҫлыҡ матур хәтирәләр ҡалдырып, йәштәрҙе ҡанатландырҙы, эшебеҙ менән ғорурланыу тойғоһо уятты.

“ОСТАЗ” ҠАНАТ ҠУЯ
“ОСТАЗ” ҠАНАТ ҠУЯ

Ул көндәрҙә башҡорт теле уҡытыусылары балаларыбыҙға туған тел серҙәрен асыу, уға яҡынайтыу, телебеҙ аша еребеҙ тарихын, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын, мәҙәниәтен, матур йолаларын күрһәтеү, шәжәрәләр аша бер-беребеҙҙе танырға өйрәтеү – атайсалға арналған изге эшебеҙ булыуын тағы бер тапҡыр үҙ миҫалдарында күрһәтә алды. Рухиәт тәрбиәләүҙең туған тел аша башланыуын йәмғиәтебеҙ аңлай, ошо төшөнсәне балаларыбыҙ йөрәгенә лә алып барып еткереү эше ябай ғына түгел икәнен ата-әсәләр ҙә белеп алһа, эштең башы ғаиләлә икәнен, үҙ телебеҙҙең моңо, еребеҙҙең киләсәге бишектән башланғанын төшөнһә, киләсәгебеҙ рухлы балалар ҡулына ҡаласаҡ. Ә башҡорт теле уҡытыусыһы - тап шул берҙәмлекте булдырыусы, уны йәмғиәт файҙаһына дауам итеүсе бер таяныс. Уның төп эше - туған тел аша атайсалға хеҙмәт итеү.

Тап ошо матур девиз аҫтында республикабыҙҙа ла оло проект үтеп бара. Май айынан бирле, Башҡортостаныбыҙҙың төрлө мөйөштәрендә “Остаз” республика конкурсының зональ этабы уҙғарыла. 54 район, 21 ҡала командалары, хатта ҡалаларҙан икеөс команда ҡатнашып, был бәйге ысын мәғәнәһендә ҙур проектҡа әйләнде: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының атайсалға хеҙмәт итеү бейеклеген, киңлеген, тәрәнлеген асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, арала үҫеп сыҡҡан үҙ эшенең оҫталарын күрһәтеү мөмкинлеге булдырылды. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм Фән министрлығы менән Мәғарифты үҫтереү институты, Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге берлектә республиканың башҡорт теле уҡытыусылары өсөн “Остаз” бәйгеһен ойошторҙо. Бәйгенең төп маҡсаты башҡорт телен уҡытыу проблемаларын күтәреү, яңылыҡҡа, заманса методик алымдарға ынтылыу юлдарын асыу, киңәйтеү, тәжрибә уртаҡлашыу ине. Сара, ысынлап та, көтөлгәндәгенән дә сағыуыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ үтте. Беҙҙең көньяҡ зонаға ун дүрт команда килгән ине. Башҡа зоналарҙа 5-6 ғына команда ярышты, һәм улар араһынан иң көслө команда Өфөлә үтәсәк финал ярышына саҡырылды. Беҙҙең Ишембай был бәйгегә ике команданы тәҡдим итте: Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы үҙ командаһы менән сығыш яһаны, һәм ҡала-район уҡытыусыларынан торған команда беҙҙең эшебеҙҙе күрһәтте. 7-10 уҡытыусынан торған командаларҙа директорҙар, уларҙың урынбаҫарҙары, ә иң мөһиме бик көслө айтишниктар бар ине. Сөнки ярыш шарты буйынса презентация, оҫталыҡ дәресе һәм ҡатмарлы викторина һорауҙарына яуаптар биреү ҙур оҫталыҡ, тәрән белем һәм заманса мәғлүмәт саралары менән ҡулланыуҙы талап итте. Көсөргәнешле, сәмле конкурс һөҙөмтәләрен шунда уҡ баһалап барыусы юғары жюри ағзаларына, әлбиттә, баһалау еңел булманы. Сөнки көслө командалар, сағыу презентациялар, оҫталыҡ, һәр команданың йөҙөн билдәләүсе матур итеп тектерелгән кейемдәр барыһының да еңеү өсөн килеүен күрһәтеп торҙо. Һәр бер сығыш байрам төҫөн биреп, күңелдәрҙе күтәрҙе, оҫталыҡ дәресе беҙҙе берҙәмлек менән һынаны: бер-беребеҙгә ярҙам итеп, дәрестә әүҙем ҡатнашып, башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәренең иң матур кешелек сифаттарын да күрһәтте.

Ишембай районы командаһы - “Ҡыңғырау” һәр уҡытыусы йөрәгендә тыуған еребеҙгә, туған телебеҙгә һөйөү менән һуғарылған ҡыңғырау ҡағыуын, уның уҡытыусыны һәр саҡ дәрескә, балалар янына саҡырып тороуын күрһәтә алыуы барыһына ла оҡшаны. Рәми Ғарипов ижады буйынса ойошторолған оҫталыҡ дәресен алып барыусы, команданың әйҙәүсе капитаны 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирханова ысын мәғәнәһендә педагогик оҫталығын күрһәтә алды. Алдынғы методик алымдарҙы дәрес ваҡытында нисек итеп оҫта ҡулланыу юлдарын ун минут ваҡыт эсендә асып һалыуға иреште, команданы үҙ артынан эйәртеп, зауыҡлы ла, заманса бай ҙа, рухлы ла дәрес өлгөһөн күрһәтеүгә алып килде. Һәр уҡытыусы командала эшләү оҫталығын да, бай йөкмәткеле белемен дә күрһәтте: остаздары янында йәш уҡытыусылар ҙа ысын мәғәнәһендә сынығыу алды.

Гимназияның тағы бер уҡытыусыһы Минира Тәлғәт ҡыҙы Ҡунаҡҡолова 14-се мәктәптән йәш хеҙмәттәше Венера Биктимер ҡыҙы Әйүпова менән бөтә республика, хатта Рәсәйҙә билдәлелек яулаған “БелАЛ” проектын тамашасыларға сығарҙы, ә Кинйәбулат мәктәбе директоры Шайморат Сәйфулла улы Ғиниәтуллиндың уҡытыусы ла, артист та һөнәрен асыуҙа 3-сө мәктәптең йәш уҡытыусыһы Әлфиә Раил ҡыҙы Шакирова көс һалды. Уларҙың сығышында яңғыраған “Дәрүиш” монологы залды алҡыштарға күмде, йылы тойғолар ҡалдырҙы. 16-сы мәктәп уҡытыусыһы Альбина Альберт ҡыҙы Хәлисова 12-се лицей уҡытыусыһы, остазы Фәриҙә Рәшит ҡыҙы Ҡорбанова менән заманса методик алымдарҙы традицион алымдар менән сағыштырып күрһәтеүгә ирештеләр, үҙҙәренең тәжрибәһенә таянып, тамашасыны йәлеп иттеләр. 3-сө мәктәптең йәш
уҡытыусыһы Әлиә Муса ҡыҙы Абдрахманова менән ошо мәҡәлә авторы башҡорт телен балаларға өйрәтеүҙә ауыҙ-тел ижадын да, халыҡ моңон да, мәҙәниәтен дә ҡулланыу отошло икәнен күрһәттеләр. Ә “Ҡыңғырау”ҙың ысын асылын еткереүсе остазыбыҙ ветеран-педагог Әнисә Булат ҡыҙы Сөйәрғолова команданы еңеүгә әйҙәүсе Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирханова менән рухи хазинабыҙ - туған телебеҙҙе һаҡлау, уны үҫтереү идеяһының тыуған ерҙе, халыҡ киләсәген яҡлау менән бер бөтөн икәнлеген күрһәтә алдылар. Барлығы ете минут эсендә башҡарылған был эштәр уҡытыусыларҙың тулы әҙерлегенә, сығыш барышындағы көсөргәнешлекте тота алыуына ла, программаның тейешле кимәлдә әҙерлегенә лә бәйләнгән ине. Сығышты музыкаль яҡтан биҙәүгә ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ярҙам итһә, мәғариф бүлегенең мәғлүмәт бүлеге методистары команданы күрһәтеү һәм оҫталыҡ дәресе өсөн презентацияларҙы әҙерләште, ә сара барышында уларҙы ҡулланыу, беҙҙең сығыштарҙы фотоға, видеоға төшөрөү эштәрен 11-се мәктәп уҡытыусыһы Айгөл Малик ҡыҙы Шәрипова башҡарҙы. Әйтергә кәрәк, мәғлүмәт сараларын ҡулланып, команда өсөн презентация әҙерләүгә көс һалған уҡытыусылар: Ә.М.Абдрахманова, А.А.Хәлисова программаны, оҫталыҡ дәресен тейешле кимәлгә еткереү өсөн эшләгән Ф.Т. Әмирханова оло рәхмәткә лайыҡлы. Командалағы башҡа уҡытыусылар ҙа был эшкә тос өлөштәрен индерҙе, ваҡыттарын да, оҫталыҡтарын да йәлләмәне. 2-се гимназия-интернатының технология уҡытыусыһы Гүзәл Ғаян ҡыҙының оҫта ҡулдары менән тегелгән кейемдәр ҙә команданың ысын йөҙөн билдәләүгә ярҙам итте. “Күмәкләгән - яу ҡайтарған” тигәндәй, Ишембай уҡытыусылары һынатманы. 14 команда араһында кадет мәктәбе беренсе, ә беҙ - “Ҡыңғырау” командаһы, икенсе баҫҡысҡа күтәрелә алдыҡ. Әгәр кадет мәктәбенең Рәсәй кимәлендәге мәктәп икәнлеген күҙ уңында тотһаҡ, беҙҙең яулаған үребеҙ ҙә бик юғары тип иҫәпләйбеҙ. Ә кадет мәктәбе командаһына 14 декабрҙә, Туған телебеҙ көнөндә үткәреләсәк Республика бәйгеһендә уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Гөлнур АҘНАБАЕВА, ҡала-район башҡорт теле уҡытыусылары методисы.
Читайте нас: