Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Ноябрь 2023, 18:00

Онотмайыҡ рәхмәт әйтергә!

Быйылғы календарҙа 2023 йыл - Рәсәйҙә “Уҡытыусы һәм остаз йылы” тип иғлан ителде һәм ул тамамланып та бара. Хәйер, уҡытыусы, мөғәллимлек – иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәр булараҡ, бер ваҡытта ла үҙ вазифаһын, үҙ баһаһын юғалтмаясаҡ.

Онотмайыҡ рәхмәт әйтергә!
Онотмайыҡ рәхмәт әйтергә!

Күптән түгел ҡалабыҙҙың Милли мәҙәниәттәр үҙәге, беҙҙең күңелдәрҙе нурландырып, “Һәр уҡытыусы хөрмәткә лайыҡ” тигән матур кисә үткәрҙе. Был байрамға әле эшләп йөрөгән, күптән хаҡлы ялда булған уҡытыусылар йыйылды. Бында үҙәктең бөтә ижади төркөмдәре – “Умырзая” милли уйын ҡоралдары ансамбле (етәксеһе Өлфәт Ҡотлобаев), ағинәйҙәрҙең “Фатиха”һы (етәксеһе Хаят Йосопова), “Аманат” фольклор ансамбле (етәксеһе Раушания Вәлиева) дәртле йырҙары, күңелле көйҙәр теҙмәһе, сәхнәләштерелгән көләмәстәре (әлбиттә, мәктәп тормошонан), шиғырҙар менән биҙәне.

Килгән ҡунаҡтарҙан ике команда төҙөлдө. Хаҡлы ялдағылар – “Остаздар”, әле эшләп йөрөгән йәштәрҙең “Бытбылдыҡ” командалары үҙ-ара көс һынашты. Былай тип әйтеү ҙә шартлы ғына, сөнки йәштәрҙә дәрт-дарман, тиҙлек, саялыҡ булһа, ололар – тәжрибә, аҡылдың үҙе, улар һәлмәк атлап, оҙаҡ уйлап, тәрәнлек менән алдырҙы. Ир-егеткә
генә түгел, уҡытыусыға ла 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ икән: Хөснә Бейеш ҡыҙы менән Гөлкәй Байсәләм ҡыҙының бейеүе, Гөлнур Шамил ҡыҙының моңо, Хаят Сәғит ҡыҙының төркөмө әҙерләгән Сәйет Макарский тураһындағы алтын һүҙе, Нәсимә Әминева ижад иткән йырҙы Нәғимә Халиҡованың моңло итеп, иҫ киткес юғары кимәлдә башҡарыуы, ғөмүмән, бөтә сығыштар ҙа күңел аҙығы, зауыҡ бейеклегенә тап килгән тамаша булды. Ә ваҡыттың үткәне һиҙелмәне лә, һуңынан сәй табынында ла йәнле әңгәмә, дәртле йырҙар дауам итте.

“Аллаһы Тәғәлә һөнәрҙәрҙең иң беренсеһе итеп уҡытыусы һөнәрен һайлаған, ҡалғандары унан тыуыр”, - тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, үҙеңдең белемеңде, аҡылтәжрибәңде оло тормош юлына яңы аяҡ баҫҡан йәш быуынға тапшырыу – изге ғәмәл, оло фиҙаҡәрлек.

Ошо байрам бөтә уҡытыусыларға, остаздарға уларҙың мөһим, кәрәкле хеҙмәте өсөн рәхмәт һәм ихтирам билдәһе булды.

Автор:Әнисә СӨЙӘРҒОЛОВА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
Читайте нас: