Һәр класҡа алдан уҡ төрлө йәшелсәләр бүлеп бирелде. Улар ошо йәшелсә менән бәйле ижади сығыш әҙерләргә, дефиле күрһәтергә, аҙыҡ әҙерләп алып килергә тейештәр ине. Уҡыусыларҙың һәр береһе был бурысты яҡшы үтәне. Байрам үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Жюри ағзалары фекеренсә 7-се класс уҡыусылары еңеүсе булды.