Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Ноябрь 2023, 13:00

Урман-Бишҡаҙаҡҡа мәктәп автобусы

Үткән аҙна Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин республикабыҙҙың белем усаҡтары директорҙарына 49 мәктәп автобусы асҡысын тапшырҙы.

Урман-Бишҡаҙаҡҡа мәктәп автобусы
Урман-Бишҡаҙаҡҡа мәктәп автобусы

Был исемлектә Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәктәбе лә бар. Водитель Әнүр Ғизетдин улы Сәйфетдинов балаларҙы күрше ауылдарҙан Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенә алып бара. Уның ҡулында 16 урынлыҡ ГАЗель NEXT маркалы яңы мәктәп автобусы асҡысы.

Транспорт ГЛОНАСС/GPS спутник навигацияһы аппаратураһы, тахограф, тиҙлекте сикләү ҡоролмаһы менән йыһазландырылған. Яңы йылға тиклем республика тағы ошондай 10 автобус аласаҡ.

 

Фото: https://vk.com/id584931685

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: