Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Ноябрь 2023, 13:00

Тәбиғәттән бирелгән һәләт

Уҡытыусылыҡ – иң боронғо, кәрәкле һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе, унһыҙ тормоштоң алға барыуын күҙ алдына килтереп булмай. Остазлыҡ һәләте бөтәһенә лә бирелмәгән – ундай талантлы, сабыр һәм итәғәтле кешеләр йәмғиәтебеҙҙә айырым иғтибарға лайыҡ.

Тәбиғәттән бирелгән һәләт
Тәбиғәттән бирелгән һәләт
Һүҙебеҙ яҡташыбыҙ – педагог, 7-се коррекция мәктәбе дөйөм белем биреү дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Альбина Ғәлинур ҡыҙы Әғзәмова тураһында. Ул сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар учреждениеһы менән 2006 йылда етәкселек итә башлай.

Әйтергә кәрәк, Альбина Ғәлинур ҡыҙының етәкселек осоронда 7-се коррекция мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр һәм педагогтар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылды. Әле лә һәр уҡытыусының фәнни, ижади яҡтан үҫеше өсөн мөмкинлектәр бар. Мәктәптең матди-техник базаһы ла йылдан-йыл яҡшыра. Педагогтар коллективының берҙәм татыу эшләүенә лә ҙур көс һалған директор. Эшкә яңы урынлашҡан белгестәрҙең үҫеше өҫтөндә лә әүҙем эшләй, уларға үҙ һәләттәрен асырға ярҙам күрһәтә. Йәш уҡытыусылар уның еңел ҡулы менән төрлө федераль һәм республика конкурстарында уңышлы ҡатнашып, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә. Семинарҙарҙа, конференцияларҙа сығыш яһап, башҡа педагогтар менән үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

Һәләтле, тырыш еткәсенең тормош принцибы, тәү сиратта, ярҙамға мохтаж балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәлерен төрлө яҡлап хәстәрләүгә ҡоролған.

- Замана башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙерге тормош шарттары һәм йәшәү рәүеше уҡырға төшкән балаларҙың физик ҡына түгел, мораль яҡтан әҙерлеген дә талап итә. Күп ата-әсәләр балаһының ҙур тормош юлына аяҡ баҫыуына – тәү башлап мәктәпкә төшөүенә бер яҡлы ғына ҡарай. Бөгөнгө көндә бала күңеленең һәр ҡатламын, һәр бөгөлөн күрә белеү үтә мөһим, - тип уртаҡлаша Альбина Әғзәмова. – Беҙ был йәһәттән ата-әсәләр менән етди ойошҡан эш алып барабыҙ. Уларҙы балалар менән йышыраҡ аралашырға, айырым мәлдәргә иғтибар итергә өйрәтәбеҙ.

Ата-әсәләр балалары менән уртаҡ тел тапмағанда, уларҙы тыңлата алмағанда, үҙ-үҙҙәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, учреждение етәксеһенә йыш кәңәш һорап мөрәжәғәт итә. Уларҙың ҡайһылары психологик ярҙамға мохтаж, ә ҡайһыларын еңелерәк, уңайлыраҡ эшкә урынлаштырырға ярҙам итергә кәрәк. Альбина Ғәлинур ҡыҙы ата-әсәләрҙең береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, районда һәм ҡалала абруйлы кеше булараҡ, күп ғаиләләргә ярҙам итте. Уларҙың йортонда тыныс мөхит урынлаштырылды, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ барлыҡҡа килде. Шуға ла ата-әсәләр директорға ысын күңелдән рәхмәтле, уны бик ихтирам итәләр.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, хәҙер ҡаланың 7-се коррекция мәктәбендә балалар заманса яңы технологиялар файҙаланып, предметтарҙы ҡыҙыҡһынып өйрәнә башланы. Һөйләшеүсе глобус, «логопед һандығы», мультимедиалы интерактив коррекциялау-үҫтереү өҫтәле – былар барыһы ла «Мәрхәмәтлек» программаһы ярҙамында алынған. Программа «Заманса мәктәп» федераль проекты һәм «Мәғариф» милли проекты йүнәлештәренең береһе булып тора.

- Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар проект ярҙамында мәктәп программаһын еңел үҙләштерә, заманса матди-техник база ла уларҙың тәүге һөнәри күнекмәләр ала алырына булышлыҡ итә. Иң мөһиме, сығарылыш уҡыусылары алған күнекмәләрҙе, белемде киләсәктә файҙалы ҡуллана аласаҡ. Уларға мәктәпте тамамлағандан һуң эшкә урынлашыу күпкә еңелерәк буласаҡ, - ти етәксе.

Бынан тыш, белем биреү учреждениеһында мәктәп оҫтаханаһы, география, логопед һәм психолог бүлмәләре, социаль-көнкүреш ориентирлау биналары модернизацияланған. Бөгөнгө көндә мәктәптә ҡаланан ғына түгел, ауыл биләмәләренән дә балалар уҡый, уларҙы ауылдан йөрөтөү өсөн автобус бар. Уҡыу барышында тәрбиәләнеүселәр шулай уҡ тегеү, бешереү, картонж-күсереү, ағас эше, слесарлыҡ оҫталығы буйынса ла һөнәри әҙерлек аласаҡ.

...Альбина Ғәлинур ҡыҙы Әғзәмова белем биреү өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәте, мәғариф системаһына тос өлөш индереүе өсөн «Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы» тигән түш билдәһе, Рәсәй Федерацияһының Маҡтау грамоталары менән наградлана. Ул шул уҡ ваҡытта әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә, нисәмә йылдар эсендә «Берҙәм Рәсәй» партияһынан күҙәтеүсе булып һайланды. Ата-әсәләр менән дә күп йәмәғәт эштәре ойоштора.
 
Етәксебеҙгә, тәжрибәле уҡытыусыбыҙға еңел булмаған эшендә ҙур уңыштар ғына теләйһе ҡала. 7-се коррекция мәктәбе дөйөм белем биреү дәүләт бюджет учреждениеһында балалар һәм уҡытыусылар өсөн артабан да ошондай шарттар булыр, тигән ышаныстабыҙ.
 
 
Фотолар Альбина Әғзәмованың архивынан.
Тәбиғәттән бирелгән һәләт
Тәбиғәттән бирелгән һәләт
Тәбиғәттән бирелгән һәләт
Автор:Гөлназ ВАХИТОВА, 7 коррекция мәктәбе башҡорт теле уҡытыусыһы.
Читайте нас: